Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Сентябрь 2021, 09:15

Ашығыс ярҙам аварияға осраған

Ашығыс ярҙам машинаһы юл фажиғәһенә эләккән.

Ашығыс ярҙам аварияға осрағанАшығыс ярҙам аварияға осраған
Ашығыс ярҙам аварияға осраған

 Кисә көндөҙ Өфөнөң Киров районында ашығыс ярҙам машинаһы юл фажиғәһенә эләккән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «ашығыс ярҙам» — «Форд Транзит»тың 60 йәшлек водителе Аврора урамынан китеп барған. 11-се йорт ихатаһына боролған саҡта ул ҡаршыға килгән «Пежо 408» машинаһына бәрелгән.

Юл фажиғәһендә бер кем дә йәрәхәтләнмәгән. Автомашиналар механик зыян күргән. Билдәле булыуынса, «ашығыс ярҙам» пациентҡа китеп барған.

Әле ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй.

 

https://www.bashinform.ru/news/1644800-v-ufe-na-ulitse-avrory-mashina-skoroy-pomoshchi-speshashchaya-k-patsientu-popala-v-dtp/  

Автор:Алия Даутова
Читайте нас