

Учалы ҡалаһындағы 3141-се һайлау участкаһы 1-се Башҡорт лицейында урынлашҡан.
3141-се һайлау участкаһы 1-се Башҡорт лицейында урынлашҡан. Бына бер нисә йыл инде унда рәйес вазифаһын 15-се балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Багина башҡара. Һайлау участкаһы рәйесе һәм уның ун бер ярҙамсыһы 17-19 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙарға тулыһынса әҙер. - Һайлау комиссияһы составында тәүге тапҡырмын, быға тиклем күҙәтеүсе булдым. Эш нескәлектәренә тәжрибәле иптәштәремдән өйрәнәм, - тип һөйләй һайлау комиссияһы ағзаһы Әлифә Ғәйфуллина. - Беҙҙең участкала 1340 һайлаусы иҫәпләнә. 13 сентябргә тиклем икенсе участкала һайларға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул иттек. Бюллетендәр ҡабул итттек, барлыҡ тейешле эштәр башҡарылған. Һайлауҙар барышында барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар күҙәтеләсәк. Мәҫәлән, быға тиклем һайлау комиссияһы ағзалары граждандарҙың паспорттарын ҡулға алып тикшерһәләр, хәҙер контактһыҙ ысул ҡулланыла. Һайлаусы паспортын бер кемгә лә бирмәй, документын ҡул һуҙымында ғына күрһәтә. Һайлаусылар битлек, ручка һәм бирсәткә менән тәьмин ителә. Участка 4 сәғәт һайын дезинфекциялана, социаль арауыҡ күҙәтеү өсөн махсус һыҙыҡтар һыҙылған.