

"Аҙна һайын бүләк" акцияһының сираттағы еңеүсеһе Һөләймән ауылынан Хатим Абдрахманов.
Бүләккә һут һыҡҡыс эләкте.
Хатим Хажимөхәмәт улының хеҙмәт стажы 47 йыл. Ул ғүмер буйы ветеринар булып эшләгән. “Поляковка” совхозының 6-сы фермаһы ул ваҡыттарҙа Мулдаҡай, Көсөк, Һөйөндөк, Мулдаш ауылдарын да хеҙмәтләндергән булған.
- Хеҙмәт кенәгәм 12 йәшемдә асылған. Тәүге яҙмала мал ҡараусы, тип яҙылған. Йылайырҙа ауыл хужалығы техникумында уҡып сыҡҡас, ветсанитар булып эшләнем. Стәрлетамаҡ ветеринар техникумын тамамлағас, хаҡлы ялға сыҡҡансы ветеринар булып хеҙмәт иттем, - тип таныштырҙы үҙе менән Хатим ағай.
Оҙайлы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙал һәм Хөрмәт грамотаһы менән дә бүләкләнгән.
Ҡатыны Гөлдәр Муллағәли ҡыҙы менән Хатим Хажимөхәмәт улы бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Гөлдәр ханым һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы икән, хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға белем биргән.