Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Сентябрь 2021, 08:55

Көнсығыш сығыу юлында эштәр 2023 йылда тамамланырға тейеш

Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлын 2023 йылда файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.

Көнсығыш сығыу юлында эштәр 2023 йылда тамамланырға тейешКөнсығыш сығыу юлында эштәр 2023 йылда тамамланырға тейеш
Көнсығыш сығыу юлында эштәр 2023 йылда тамамланырға тейеш

- Көнсығыш сығыу юлында эштәр ҡыҙыу бара, әле күләмдең 30 проценты башҡарылған, тип әйтергә лә мөмкин. Төҙөүселәр 33 эстакада (юл аша сығыу өсөн күпер кеүек ҡоролма) урынлаштырған (улар барлығы 66 дана булырға тейеш), буласаҡ күпергә 110 урҙа (балка) һалырға ла өлгөргән.

Төҙөлөш күләме менән шаҡ ҡатыра. Бында бер юлы 2400 кеше, 170 берәмек техника эшләй. Күпер өсөн 5 900 тонна металл килтерелгән. Йыл аҙағына тиклем эштең 40 процентын тамамларға иҫәп тотабыҙ, был графиктан күпкә алда барыу тигән һүҙ. Көнсығыш сығыу юлын 2023 йылдың аҙағында тулыһынса тапшырырға ниәтләйбеҙ.

Проектта юлдан Федоровка-Шаҡша йүнәлешенә һәм М5 трассаһына төшөү боролоштары ҡаралған. Магистраль өҫтөнән юл үткәргестәр аша кешеләр баҡсаларға һәм өйҙәренә йөрөй аласаҡ, - тип эш барышы менән таныштырҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас