

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығында уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың һайлау көнөндә — 17, 18 һәм 19 сентябрҙә нисек уҡыясағын иҫкә төшөрҙөләр.
Тауыш биреүҙең тәүге көнөндә — 17 сентябрҙә мәктәптәрҙә дәрестәр булмай, ә уҡыусылар өсөн тәрбиәүи саралар үткәрелә. Һайлауҙа ҡатнашмаған белем биреү учреждениеларында проект эшмәкәрлеге һәм дистанцион уҡыу планлаштырыла.
18 сентябрь — ял көнө.
Участка һайлау комиссиялары ойошторолған 45 колледжда йома һәм шәмбе студенттар дистанцион уҡыуға күсерелә, тип өҫтәнеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.