Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
17 Сентябрь 2021, 04:05

Һайлауҙар башланды

Бөгөн илебеҙ тарихында мөһим ваҡиға - РФ-тың Дәүләт Думаһына һигеҙенсе саҡырылыш депутаттарын һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына вәкилдәр һайлау башланды. Белеүебеҙсә, быйыл һайлауҙар 17-19 сентябрҙә, өс көн рәттән уҙғарыла.

Һайлауҙар башландыҺайлауҙар башланды
Һайлауҙар башланды

Бөгөн илебеҙ тарихында мөһим ваҡиға - РФ-тың Дәүләт Думаһына һигеҙенсе саҡырылыш депутаттарын һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына вәкилдәр һайлау башланды. Белеүебеҙсә, быйыл һайлауҙар 17-19 сентябрҙә, өс көн рәттән уҙғарыла.

Был илдәге эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп эшләнгәне аңлашыла.

Мөхәрририәтебеҙҙән бигүк алыҫ урынлашмаған 3141-се һайлау участкаһына юлланабыҙ. Иртәнсәк булыуға ҡарамаҫтан, гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәр участкала байтаҡ булып сыҡты. Ишек төбөнән үк хоҡуҡ һаҡлау органы вәкиле сәләмләп ҡаршы ала. Мөләйем ҡатын иҫәнләшкәндән һуң, һайлауҙар уҙған урынға кермәҫ борон уҡ ҡулды антисептик менән эшкәртә, тән температураһын үлсәй һәм ручка, бирсәткә, битлек һалынған пакет тоттора.

Һайлау залына үтәбеҙ. Күҙәтеүселәр урынында. Социаль аралыҡты күҙәтергә өндәүсе һыҙыҡтан үтмәйенсә генә, ҡул һуҙымында, паспортты күрһәтәбеҙ.

Санитар-эпидемиологик талаптар теүәл үтәлә.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас