

16 сентябргә рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 322 балала яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған, уларҙың 89-ы ковид-госпиталдәрҙә дауалана. Һуңғы тәүлектә 64 балала ошо мәкерле сир асыҡланған. Дөйөм алғанда, республикала 1,8 мең балала COVID-19 тигән шик бар, тип хәбәр итте РБК-Уфа.
Бынан алда Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин уҡыу йылы башланыу менән республикала уҡыусылар араһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтарының артыуын хәбәр иткәйне. Уларҙың күпселеге – 15 йәштән өлкән.
Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 61 930 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Һуңғы тәүлектә 314-ендә әлеге сир табылған. 15 пациенттың ғүмере өҙөлгән.
https://www.bashinform.ru/news/1645429-pochti-u-dvukh-tysyach-detey-v-bashkirii-podozrevayut-koronavirus-/