Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Сентябрь 2021, 09:15

Эшһеҙҙәргә ярҙам күрһәтелә

Эшһеҙ граждандар хөкүмәттән бер тапҡыр 145 мең һумға тиклем ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. 

Эшһеҙҙәргә ярҙам күрһәтеләЭшһеҙҙәргә ярҙам күрһәтелә
Эшһеҙҙәргә ярҙам күрһәтелә

Эшһеҙ граждандар хөкүмәттән бер тапҡыр 145 мең һумға тиклем ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Бындай сумма бәләкәй генә булһа ла үҙ эшеңде булдырыусыларға күрһәтелә. Әммә мөһим бер шарт бар - граждан һуңғы йылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнмәгән булырға тейеш.

Бөтә төр процедураларҙы үткәс, ярҙам алыусы әҙер бизнес-план менән тәьмин ителә, теоретик белем дә ярап ҡаласаҡ.

250 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы халыҡты социаль яҡлау органдарында “аҙ килемле” булараҡ иҫәптә торғандарға бирелә. Төп шарт: һуңғы өс йылда кешенең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн Мәшғүллек үҙәге аша субсидия алмаған булыуы.  

Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллеге” милли проекты 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас