

Ғайса Усманов исемендәге Ахун урта мәктәбе 1967 йылда асылғандан бире капиталь ремонт күрмәгән була. Тәбиғи, бина ныҡ иҫкергән ине. Шөкөр, оҙаҡламай танып та булмаҫ – ҡыйыҡ, тәҙрә-ишектәр, иҙәндәр, йылытыу, электр, канализация системалары – барыһы ла яңыртыла.
Эштәрҙе “Регион-Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт башҡара. “Яңы йылға тиклем төп эштәр тамамланасаҡ, эстә “һылау-һыйпау” ғына ҡалыр”, - тип өмөт итә мәктәп директорының административ-хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Гөлназ Фазылова.
Ә әлегә балалар ( мәктәптә 247 уҡыусы) Бөйҙө мәктәбенә йөрөтөп уҡытыла. Хәйер, ике автобустары бар, ниндәйҙер өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай.
-Ата-әсәләр хәлде аңлай, ниндәйҙер дәғүәләр юҡ. Йөрөтөү рәткә һалынды, шулай ҙа, яңырған үҙебеҙҙең мәктәптең ишектәре йәнә асылыуҙы ашҡынып көтәбеҙ!- ти мәктәп директоры Алия Ғәфүрова.