Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында урынлашҡан 3140-сы һайлау участкаһында иртәндән йәнлелек. Яҡташтарыбыҙ әүҙем тауыш бирергә килгән. Пандемия арҡаһында һайлау мәлендә һаҡланыу саралары төп сара булып тора. Һайлау участкаларында һәр ике сәғәт һайын санитар эшкәртеү ойошторола, барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла үтәлә. Шуға күрә граждандарға борсолорға сәбәп юҡ.
-Халыҡ кампанияға етди ҡарай, һәр ҡайһыһы үҙенең фекерен белдерергә тырыша. Һайлау участкаһы 8.00 сәғәттә асылды, алтмышҡа яҡын кеше һайлап өлгөрҙө. Беренсегә тауыш бирергә килгән йәштәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ, 18 йәше тулған 10 кеше тәүгә һайлаясаҡ. Оло йәштә, сәләмәтлектәре арҡаһында килә алмаған, изоляцияла ултырған 40 кеше өйҙәренә килеп һайлаттырыуҙы һораны, - ти һайлау участкаһы рәйесе Лена Ғибәҙәтова.
3140-сы һайлау участкаһында 1156 кеше теркәлгән. Һайлау участкалары өс көн дауамында иртәнге 8.00 сәғәттән киске 20.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.