

Гөлдәр Шәймәрҙәнова ҡыҙы Ләйсән менән иң беренселәрҙән булып килеп һайланы. Гөлдәр ханым Учалы тегеү фабрикаһында эшләй.
-Сменалап эшләйем, бөгөн ял көнө. Һайлауҙарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам, Тик ниндәй парламент булдырыуыбыҙ беҙҙең киләсәкте хәл итәсәк бит, - ти ул.
Ләйсән Шәймәрҙәнова “Ромашка” балалар баҡсаһында тәрбиәсе.
- Тауыш биреүҙә ҡатнашыу – мөһим бурыс. Яҡташтарыбыҙ ил һәм республика яҙмышына битараф булмауын күрһәтергә тейеш. Яуаплы булайыҡ! – тине ул.