

Шулай итеп, бөгөн иртүк тәүге ҡар күренде. Бер халыҡ һынамышы буйынса, ҡырҡ көндән ергә ҡар тамам ятасаҡ.
Баҡсалағы ҡар аҫтындағы баланды (миләште) күргәс, Вәсилә Фәттәхова йырлаған йыр үҙенән үҙе башҡа килә....
Ҡышкы урман аша юлым,
Тирә-ягым тып-тыныс.
Тантаналы тыныслыкта
Артта ғына куркыныс.
Күҙем төштө бер ергә,
Туҡта, унда кем тора.
Туңган дөнья уртаһында
Яңғыҙ миләш ултыра.
Яңғыҙ миләш янып тора,
Яңғыҙ миләш,Яңғыҙ миләш
Күҙҙәремдә ҡан яше.
Кемдәр өсөн йылый икән,
Яңғыҙ миләш тәлгәше.
Әллә мине табалмаган,
Әллә һине югалткан.
Миләш телен белмәйем шул,
Аңламаҫ шул, йыуатһам.
Ғүмеремдең бер миҙгеле-
Урман аша юл үтте.
Туңып барган йөрәгемде
Яңғыҙ миләш йылытты..
Ярар, ҡыш артынан йәмле яҙ ҙа килер, иҫән булайыҡ, туғандар!