Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Сентябрь 2021, 14:25

Янғындар киң таралыуға юл ҡуйманылар

Урмансылар көнөнә

Янғындар киң таралыуға юл ҡуйманыларЯнғындар киң таралыуға юл ҡуйманылар
Янғындар киң таралыуға юл ҡуйманылар
  • Глобаль рәүештә климат үҙгәрә, шуға йылдың-йылы янғындар ҙа йышая.
    Телевизорҙан быйыл йыш күрһәтелде: урмандарҙа ранец таҡҡан кешеләр ҡул насосы менән һыу һирпеп йөрөйҙәр, яңылыштан шул да етә икән, тип уйлай ҡуймағыҙ. Төп һәм иң эффектлы сара – ут бәләһен локализациялау, йәғни ҡырҙарын периметр буйынса һөрөп сығыу. Өҫтә ҡара ер генә ҡала икән, ут таралыу туҡтай. Юғиһә, урман янғыны ифрат ҡурҡыныс хәл бит ул, тирә-йүнде ялмай башлаһа, тонна-тонна автоцистерна һыуы ла етмәйәсәк, ранецтар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ....
    Хәйер, техника беҙҙә күбәйә бара. Быйыл II типтағы “Учалы” урман янғындары станцияһы булдырылды. Штатта 8 кеше. Ҡеүәтле ТЛП (трактор лесопожарный) ҡулланалар, уны бер урындан икенсеһенә күсереп йөрөтөү өсөн трал менән “МАЗ” автомобилен ошо көндәрҙә ҡайтартып алдылар, шулай уҡ быйыл кеше һәм һыу ташыу өсөн ГАЗ “Садко” автомобиле бирелә. Быға тиклем дә үрҙә әйткән ТЛП, Б-10М бульдозеры, “КамАЗ” һәм ГАЗ- 3308 автоцистерналары, МТЗ-82, УАЗ “Фермер” бар ине.
    Янғындар быйыл ҡайҙа ла күп булды. Шулай ҙа Учалы урмансыларына афарин тиерлек – ут бәләһе киң йәйелеүенә юл ҡуйманылар. Бының өсөн төбәгебеҙ урмандарын хәстәрләгән 55 хеҙмәткәргә лә, йәйен отпуск алыу тураһында ғына түгел, ял көндәре, эш ваҡыты оҙонлоғо тураһында онотоп ҡара тир түгергә (тура мәғәнәлә ҡара тир!), уҡшытҡансы һөрөм еҫкәргә тура килә. Кем нисек, урмансылар йәй тамаланып, ямғырлы көҙ, ҡарлы ҡыш яҡынлашыуға ҡыуаналар ғына икән.
    Һандар менән әйткәндә 52 урман янғыны теркәлде, дөйөм майҙаны – 557 гектар, шул иҫәптән 451 гектары – ҡуртымсылар биләгән майҙандарҙа. Зыян – 1 миллион 378 мең һум (ваҡытында һүндерелә барғас, зыян былтырғынан кәм).
  •  
     
    -Иң ауыры – май аҙаҡтарында Әүәләк тауы битләүҙәрендә (“Ирәмәл” паркының Кирәбе лесничествоһындағы өлөшө) 43 һәм 5,7 гектар майҙандағы янғындарҙы һүндереү булды, - ти Учалы урман хужалығы директоры Урал Ғоморҙаҡов.- Сөнки тау-таш, һаҙлыҡ унда – үтеүе бик ауыр. Янғындарҙың 47 осрағында – кеше ғәйепле, ике янғынды йәшен ҡабыҙа һәм өс осраҡта ут урманға ялан-болондарҙан күсә. Тәбиғәттә ял итеүселәр, бесәнселәр ( сапҡыстан сыйылған осҡон) күп осраҡтарҙа сәбәпсе, поезд рельстарынан да осҡон сәсрәй. Һәм һунарсылар – атҡандан һуң патрондан пыж төтәп ҡалғанын үҙҙәре лә абайламайҙар. Һәр хәлдә лә, янғын урындарында гильзалар тапҡыланыҡ. Минең иректә булһа, янғын хәүефе осоронда бөтә төр һунарҙы тыйып торор инем! Ауылдарыбыҙ халҡына рәхмәт әйтке килә, янғын ҡупһа, бер ҙә һинеке-минеке тип иҫәпләшмәйенсә, ҡайҙа ла ярҙамға дәррәү ҡушылдылар.
    Профилактика маҡсатында күп эш башҡарылған. Төрлө финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 223 километр минераль һыҙаттар һөрөлә, 5,4 километр урман юлдары һалына, 11 шлагбаум, 15 аншлаг урынлаштырыла һәм башҡа. Әйткәндәй, аңлатыу-иҫкәртеү эшенә тейешле әһәмиәт бирәләр – журналистарға янғыдар тураһында үҙ ваҡытында хәбәр итеп торғастары, гәзитебеҙҙең интернеттағы сәхифәһендә мәғлүмәттәр оператив сығарылды, гәзиттә лә был хаҡта йыш баҫылды.
    “Ҡоролоҡ арҡаһында ҡоротҡос бөжәктәр шашып китмәнеме, сирҙәр таралмаймы, әйтәйек, нисәлер йыл элек ҡайындарҙа “һары һыу” (бактериаль рак) бигерәк тә имәнес рәүештә тарала башлағайны?” – тигән һорауға, Урал Ғлимйән улы:“Шөкөр, ауырыуҙар ҡәҙимгенән артыҡ түгел. Водянка ла хәҙер юҡ тиерлек. Быға санитар урман киҫеүҙәр ҙә булышлыҡ иткәндер. Ә бәжәктәргә килгәндә, әлегә хәл имен, ләкин киләһе йылдар ҙа ҡоро килә икән, көньяҡтан ишһеҙ күбәләк (непарный шелкопряд) беҙгә лә етерҙер. Тулҡын-тулҡын булып килә бит, быйыл Баймаҡ-Хәйбулла яҡтарында йөҙәр меңләп гектар урмандарҙы инсектицид менән эшкәртергә тура килгән”, - тип яуапланы.
    Урман питомнигында быйыл 1 миллион 200 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеләре етештерелгән. Дәүләт заданиеһы буйынса – 90, үҙ иҫәптәренә -3 гектар урман ултыртыла. Бынан тыш, “компенсацион урман тергеҙеү” (һәр киҫелгән гектар урынына шул күләмдә ағас
  •  
    ултыртыу) сиктәрендә 53 гектарҙа культуралар булдырыла. Арендаторҙар иһә 291 гектар ағас ултырта, пландарын тултырыу өсөн йәнә 69 гектарға ошо арала тотонасаҡтар.
    Быйыл ҡоролоҡ торһа ла, үҫентеләр яҡшы ғына ерегеп киткән, ти. Шулай ҙа, ҡоролоҡ тороу арҡаһында киләһе йыл күберәк майҙанда культураларҙы тулыландырырға тура килеүе бар ( быйыл - илле гектарҙан ашыу). Киләһе йыл урман ултыртыу өсөн әленән үк 97 гектарҙа бураҙналар һалына, 110 килограмм орлоҡ әҙерләү бурысы тора.
    Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе атауын һорағас, лесхоз директоры бер аҙ аптырап ҡалды. Бер конторала урман һаҡлағаған һәм тәрбиәләгән 4 учреждение урынлашҡан бит (был хаҡта мәҡәлә аҙағында), шуға ла :” Һәр структураның айырым яуаплылыҡ зоналары ла бар, әммә урман – бер, шуға ла барыбыҙ ҙа бер төптән тотоноп, татыу, килешкән рәүештә хеҙмәт итәбеҙ!” – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ла, үҙ ҡулы аҫтында иң өлөгөлө хеҙмәт иткәндәрҙе атаны: Илтабан лесничествоһында участка начальнигы Илнур Ямалетдинов, мастерҙар Радмир Сәғитов, Юлай Ғәлин, Кирәбе лесничествоһында участка начальнигы Руслан Хасрудиков һәм башҡалар. Ҡабатлап яҙабыҙ, 55 хеҙмәткәрҙең барыһы ла был йәйҙе ал-ял белмәйенсә үткәрҙе, барыһына ла рәхмәт, барыһын да һөнәри байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
    Әңгәмәсебеҙ Урал Ғлимйән улы Ғоморҙаҡов 1993 йыл Агарар университетта урман инженеры дипломы алғандан алып Учалы тәбиғәтен хәстәрләй. Миндәктә мастер, лесничий ярҙамсыһы, лесничий, лесхозда баш лесничий, территориаль бүлек инспекторы, 2013 йылдан урман хужалығы директоры урынбаҫары, быйыл йәй урталарынан – үҙе директор.
    Мәҡәләнең аҙағында, кемдәр Учалы урмандарын һаҡлау һәм тәрбиәләү менән шөғәлләнгәне тураһында асыҡлыҡ индерәйек, юғиһә, күптәр бутала:
    “Лесничестволар идаралығы” БР дәүләт ҡаҙна учреждениеһының (ГКУ) Учалы лесничествоһы буйынса бүлеге, начальнигы Айбулат Байғарин.
    “Учалы урман хужалығы” БР дәүләт автоном учреждениеһы, директоры Урал Ғоморҙаҡов.
    Федераль дәүләт урман һәм янғын надзорының Белорет район-ара территориаль бүлек бүлексәһе, етәксеһе Марсель Әхмәткирәев.
    II типтағы “Учалы” урман янғындары станцияһы, начальнигы Азамат Зарипов.
    “Мәңгелек урман” матур һүҙбәйләнеш кенә булып ҡалмаһын, урмандарыбыҙ мәңге йәйрәп үҫһән. Һәм был тик урмансыларҙың ғына бурысы түгел!
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас