Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Сентябрь 2021, 06:15

Әбейҙәр сыуағы килә

Синоптиктар был аҙнала беҙгә әбейҙәр сыуағы вәғәҙәләй.  

Әбейҙәр сыуағы киләӘбейҙәр сыуағы килә
Әбейҙәр сыуағы килә

Сентябрь һалҡындары менән тамам ялҡытҡайны, ниһайәт, был аҙнала синоптиктар көндәрҙең йылынасағы хаҡында хәбәр итә. 

21 сентябрҙә республикала көндөҙ +11 градусҡаса йылыта. Ял көндәрендә генә тәүлегенә 2 миллиметрға тиклем бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Октябрь башланғансы көндөҙгө сәғәттәрҙә Башҡортостандың үҙәк райондарында 10 градус тирәһе йылы була.

Сығанаҡ: "Башинформ"

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас