

Рауил Шаммас
Ғәҙел йәндәр
…Бала тыуҙырыу йорто үҙ тормошо менән ҡайнап тора. Бында үрһәләнеп ыңғырашыуҙар ҙа, бала илаған тауыштар ҙа, ҡыуанышып, кешеләрҙең бер-береһен ҡотлашып көлөүҙәре лә яңғырап ҡуя. Бына әле генә ул тапҡан йәш ҡыҙҙы карауатҡа килтереп һалдылар. Уның күҙҙәре йәшле, илай ҙа илай. Йәнәшәлә бала табырға әҙерләнеп ятҡан ҡатындар:
– Илама, һылыу, ҡотолдоң бит. “Бына тигән ул тапты”, – тип әйттеләр. Ниңә, ҡыуанмайһыңмы ни баланың донъяға килеүенә? – тип, йыуатып ҡарайҙар.
Йәш әсә уның һайын быуылып илай:
– Ул алданы мине, алданы! “Өйләнәм, ғаилә ҡорорбоҙ, балалар үстерербеҙ”, – тине. Өйләнмәне, ташлап ҡасты. Ошо көнгәсә ут эсендә йәшәнем мин. Әсәйем туҡтатты. “Тап баланы, үҙебеҙ ҡарарбыҙ”, – тине. Инде мин нишләйем? Был баланы нисек үҫтерермен? Кешеләр ни әйтер? – тип һөйләне лә ҡыҙ шымды.
Йәнәшәләге койкала урта йәштәрҙәге бер ханым да ошо уҡ мәлдә ул тапҡан. Ул иламай. Урынынан тороп, аҫыл халаттарын кейеп, иҙән буйлап йөрөнә. Ул да һөйләнә:
– Ниһайәт, ҡотолдом, ул таптым. Уны тапмаҫҡа, тип күпме тырыштым, ирем мәжбүр итте. Ошо көнгә тиклем балаға уҙмай матурлығымды һаҡлап йөрөнөм. Ә ирем минең ҙур хәрби кеше, полковник. Нисә йылдар инде минән: “Бала тап! Тап!” – тип игәне лә игәне. “Тапмаһаң, минән китәһең”, – тип тә янаны. Бына хәҙер уныңса булһын инде, таптым балаһын.
Шул арала был көйәҙ ҡатынға балаһын имеҙергә килтерҙеләр. Бала бүлмәне яңғыратып илай. Ә ҡатын сәбәләнергә кереште:
– Имеҙмәйем мин уны. Имеҙһәм, фигурам боҙола, күкрәгем артыҡ ҙураясаҡ. Өйөм тулы аҫыл күлмәктәр, йыуанайып китһәм, улар миңә ярамаясаҡ. Имеҙмәйем! – тип, бүлмәләгеләрҙе шаҡ ҡатырҙы.
– Нисек имеҙмәйһең, үҙ балаң бит! Ана, нисек илай, ашарға һорай, – тип уны тиргәп тә ҡарайҙар.
Бүлмәләге ығы-зығыны ишетеп, табип килеп инде. Ул да баланы имеҙеүҙе талап итеп, ханымды әрләп ҡараны. Ә тегенең үҙ туғыҙы туғыҙ, ҡарыша, тыңламай. Шул ваҡыт урынында тымып ҡалған әлеге йәш әсә:
– Үҙемә бирегеҙ балаһын, имеҙәм, һөтөм күп минең, – тип ҡалҡынмаһынмы.
Табип баланы уның янына илтеп һалды. Сабый имеп, тамағы туйғас, илауынан туҡтап, йоҡлап уҡ китте. Оҙаҡламай йәш әсәнең үҙ балаһын да килтереп имеҙҙеләр. Шулай итеп ул көн дә ошо ике сабыйҙың тамағын туйҙырыусы булып китте.
Бер көндө әлеге урта йәштәрҙәге ҡатындың ире лә килде. Уны палатаға уҙҙырҙылар.
– Ҡотлайым, Рәсимә, улыбыҙҙы тапҡанһың, – тип ул ҡатынын ҡосаҡлап алды. Шул мәл бүлмәгә табип инде, һәм:
– Ҡатынығыҙ балаһын имеҙмәй, – тип, бер полковникка, бер Рәсимәгә ҡарап, әйтә һалды.
Ир кеше:
– Һин нимә, Рәсимә, ысынлап та имеҙмәйһеңме? – тип, ҡатынына етди ҡараш ташланы.
– Имеҙмәйем, түштәрем ҙурайып, йәмһеҙләнеп китәсәкмен. Ул саҡта миңә бер кейем дә ярамаҫ, – тип, үҙ көйһөҙлөгөн күрһәтте.
– Кем имеҙә һуң минең баламды? – тип, ир кеше табипҡа төбәлде.
– Ана, йәш әсә, Фәниә туйындыра уларҙы. Әл дә ул тыңланы әле.
Полковник йәш ханым ҡаршыһына барып:
– Рәхмәт инде һиңә, һылыу, – тип уның ҡулын үпте һәм уға оҙаҡ уҡталып, уйланып торҙо. Башынан аяғына тиклем күҙен йөрөтөп алды. Һәм, ҡатыны менән һөйләшеп тә тормаҫтан, бүлмәләгеләр менән һаубуллашып сығып китте. Был хәл һәммәһен дә аптыратты. Ҡатыны Рәсимә өсөн дә был көтөлмәгәнсә булып сыҡты.
– Уға мин түгел, бала кәрәк. Ә мин үҙ матурлығымды юғалтаһым килмәй, – тип, Рәсимә, үҙ көйһөҙлөгөн һаман сәсә-сәсә, ишекле-түрле йөрөргә кереште.
Бына бала тапҡан был ханымдарҙы өйгә ҡайтарыу көнө етте. Ҡулына сәскә бәйләме тотоп, Инсаф та килеп керҙе. Бөтә бүлмәләгеләрҙе шаҡ ҡатырып, ул сәскәләрҙе Рәсимәгә түгел, Фәниәгә һуҙҙы. Ике сабый ҙа был мәлдә Фәниә янында инеләр. Инсаф улын ҡулына күтәреп алды:
– Был бала Рәсимәнеке түгел, һинеке буласаҡ, – тип ҡабат Фәниәгә тотторҙо.
Полковник менән ике һалдат та килгән икән. Береһенең ҡулында матур ебәк күлмәк. Уны ла Инсаф Фәниәгә һуҙҙы:
– Был, һылыу, һиңә. Һин минең улымды туйҙырыусы. Йыйын, мин һине алып ҡайтам, – тип үк ебәрҙе.
Бүлмәләгеләрҙең аптырауы сигенә еткәйне. Ә Рәсимә үҙенең ысын йөҙөнә килде:
– Нимә, һин шулай мине ташларға булдыңмы? Барып сыҡмаҫ. Мин быға юл ҡуймам, – тип, сәбәләнеп аҡырынырға кереште. Инде табип та улар янында ине. Ул хәлде аңлап алды.
– Бында тауышланмағыҙ, Рәсимә ханым. Ундай мәсьәләне улай хәл итмәйҙәр, – тип, полковник ҡатынын тынысландырырға тырышты.
Ҡыҫҡаһы, был ығы-зығы Инсафтың Фәниәне ҡултыҡлап бүлмәнән алып сығып китеүе менән тамамланды. Бүлмәләгеләр тәҙрәгә ҡапланып, уларҙың еңел машинаға ултырып ҡайтып китеүҙәрен генә ҡарап ҡалды.
Рәсимә ярһып йөрөп арыны буғай. Ата-әсәһенә хәбәр итте, бөтәһен дә аңлатып бирҙе. Оҙаҡ та тормай, ҡарттар ҡыҙҙарын килеп алды. Был хәлдәр шулай тамамланды. Рәсимәнең пыр туҙыуҙары, ялыу яҙыуҙары ла, ата-әсәһен эйәртеп, полковниктың өйөнә барып ғауға ҡуптарыуҙары ла ярҙам итмәне.
Бына шулай ғәҙәти булмағанса бик сәйер шарттарҙа оло йәштәрҙәге Инсаф менән егермеһе лә тулмаған Фәниә ир менән ҡатын булып киттеләр һәм ике малайҙы – ошо үҙенсәлекле игеҙәктәрҙе – ҡарап аяҡҡа баҫтырҙылар. Яратышып, мөхәббәтле тормош ҡороп ебәрҙеләр. Ваҡытында, өйләнәм, тип йөрөп, ҡыҙҙы алдаған һәм, балаһы тыуғас, күрергә лә теләмәй, ситкә ҡасҡан егеттең дә эҙе юғалды. Һәм уның кәрәге лә юҡ ине. Мөхәббәткә йәш араһы ла, кешеләрҙең бер-берен аҙ белеүе лә тотҡарлыҡ була алмай икән. Бер күкрәк һөтө менән туйынып үҫеп килгән сабыйҙар һуңлап табылған мөхәббәтте биҙәнеләр генә.
Фото интернеттан.