Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Сентябрь 2021, 04:21

Йәштәр үҙ асылын тапһын!

Заман технологияларын тыйып ҡына проблеманы хәл итеп булмай, был мөмкин дә түгел. Үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш тәрбиәләү өсөн тәрбиәне педагогтар ҙа, ата-әсәләр ҙә, киң йәмәғәтселек тә, дәүләт органдары ла бер төптән тотоноп башҡарыуҙары зарур. Берҙән-бер юл – йәштәребеҙҙе айыҡ аҡыллы, мәҙәниле, ыңғай милли йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро итеп үҫтерә алабыҙ икән, үҙҙәре лә аҙағынан насар йоғонтоларға биршмәҫ. Киреһенсә, мәҙәниәтебеҙҙе, бөтә йәшәйебеҙҙе яңы, юғарыраҡ кимәлгә күтәрә алырҙар.

Йәштәр үҙ асылын тапһын!Йәштәр үҙ асылын тапһын!
Йәштәр үҙ асылын тапһын!
  • “Донъяла иң кинәнес күренеш – һеҙ юл күрһәткән баланың тормош буйлап ышаныслы атлауы”, - тип әйтеп ҡалдырған боронғо аҡыл эйәһе Конфуций.
    Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ тормошта үҙ урындарын таба алһын өсөн беҙ, ололар, уларға ниндәй тәрбиә бирергә тейешбеҙ, әйҙәгеҙ ошо турала һөйләшеп алайыҡ.
    Үткән дәүерҙә сабыйҙар нисек оло тормошҡа инде? Айырым тәртип, билдәләнгән йолалар булды. Халыҡ байрамдары рәүешендә инициация, йәғни ололар ҡорона индереү башҡарыла, физик үҫеш менән бер рәттән нәҫелен, ата-бабалар аманаттарын, тыйыуҙарҙы белеү-белмәүҙәре тикшерелгән. Ата-бабаларыбыҙ ҡарашынан, 11-12 йәшкә малайҙар һыбай сабырлыҡ егеттәргә, ҡыҙҙар – көйәнтә күтәрерлек хужабикәләргә әйләнгән.
    Бындай бағышлауҙарҙа һәр бала иң яҡшы булырға ынтыла, ләкин мотлаҡ – коллектив составында, иптәштәре менән бергә. Тап бер төптән тотонғанда ғына һәр айырым кеше уңышҡа өлгәшә алыуы аңдарына ныҡлап һеңдерелә. Совет дәүерендә лә социализация инструменттары эффектлы эшләне – октябрят, пионер, комсомол ойошмалары, ни тиһәң дә, ыңғай роль үтәнеләр.
    Һәм, әлбиттә, ғүмер баҡый бөтә ололарҙың бөтә балаларҙы тәрбиәләүгә йоғонтоһо көслө ине. Оло кеше янында бала һүгенһә, башҡаса үҙен насар тотһа, йәһәт урынына ултыртылыр ине: йә еңелсә түпәһенә уҫмаҡ ала, йә “.... ата-әсәң кем – шундай йүнһеҙ бала өсөн оялмайҙармы!?”- тигән шелтә ишетә. Хәҙер ни, ололар сит балаға иҫкәртеү яһарға ла ҡурҡа – ата-әсәһе ғауға ҡуптарасаҡ, закон да балалар яҡлы... Заманса тәрбиәләнгән балалар үҙҙәре лә, саҡ ҡына тәнҡит ишетеү менән һытылырға әҙер генә торалар. Шуға ла, һуңғы 30 йылда балалар тәрбиәһенә дөйөм йәмәғәтселек йоғонтоһо күҙгә күренеп һүрелде, ә бына икенсе төр факторҙар көсәйә генә бара. Йәштәрҙең донъяға ҡарашын нимә ҡалыплаштыра бөгөнгө көндә?
    Тәрбиә эше исем өсөн генә, формаль рәүештә башҡарылғас, буш урынды тулыһынса тиерлек социаль селтәрҙәр биләне. Вконтакте, Инстаграм, ТикТок һәм башҡа, улар дәүләт һәм ата-әсәләр контроленән азат, кем нимә теләй, шуны йәштәр аңына һала! Нисек ҡыланғандарын, нимәләр яҙышҡандарын күреп йән әрней. Ә бит күп ата-әсәләр балаһын яманды яҡшынан айырырға ла өйрәтмәйенсә үҙҙәре смартфон артына ултыртыуҙы хуп күрә, аяҡ аҫтына буталып йөрөмәһәләр, шул еткән уларға... Ә бит атай кеше көнөнә, исмаһам, 20 минут ваҡытын балаһы менән аралашыу-һөйләшеүгә бағышлаһа, лайыҡлы кеше тәрбиәләү өсөн шул да етер ине!. Юҡ шул, ваҡыт та, теләк тә юҡ күпселек заман кешеләренең.
    Ә социаль селтәрҙәр, тик үҙен уйлаған эгоцентрик, тәртип-тыйыуҙарҙы һанға һуҡмаған индивидуалист тәрбиәләүҙән тыш, сит илдәрҙәге серверҙарына илебеҙҙең йәш быуыны тураһында ғәйәт ҙур мәғлүмәт базаһы туплай бара. Ошо мәғлүмәт нигеҙендә йәштәребеҙ менән ситтән идара итеү, психик йоғонто яһау алымдары йылдан-йыл камиллаша барыуы көн кеүек асыҡ.
    Һөҙөмтәлә йәштәр бер төптән тотоноп эш итеү, коллективҡа тупланыу һәләтен зәғифләндерә бара, аң-белемде, кеше тәжрибәһен ихтирам итмәй, яуаплылыҡ юғалта. Оло кешенең төп билдәһе – фәҡәт яуаплылыҡ. Ә беҙҙә ни, Дәүләт Думаһы ла, йәштәр сәйәсәтен билдәләгән законда йәшлелек сиген рәсми рәүештә 35 йәшкә тиклем һуҙҙы! Һаҡаллы сабыйҙар килеп сыға инде....
    Башҡортостанда айырылышыуҙар күрһәткесе 75 процентҡа етеүе, айышына төшөнөп тә тормайынса, йәштәр төрлө деструктив акцияларға дәррәү ҡушылыуҙары тап яуапһыҙлыҡты, йәштәр менән эффектлы эш иткән дәүләт, йәмәғәт структуралары булмауҙы күрһәтә.
    Эйе, йәштәр ойошмалары, хәрби-патриотик һәм спорт клубтары, конструктив йәмәғәт хәрәкәттәре барлығын бар, тик улар саманан тыш аҙ.
    Йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса яҡшы алымдарҙы совет системаһынан да, быуаттар буйына һыналған башҡорт халыҡ педагогикаһынан да алыу зарур. Мөһим момент – телде лә, тотош системаларҙы ла һаҡлап ҡалырға түгел, артабан үҫештерергә, камиллаштырырға кәрәк. Төп талап – яуаплылыҡ, коллективизм, халҡыңа, илеңә тоғролоҡ тәрбиәү, һыҙыҡ өҫтөнө алам – заман шарттарына яраҡлаштырып тәрбиәләү, тик иҫке-моҫҡоно тылҡыу йәштәргә ҡыҙыҡ түгел, йәштәр йәш булғанлыҡтан гел яңыға ынтылыусан бит.
    Яманды яҡшынан айырырға, айыҡ аҡылға таянырға, тәртипкә өйрәтеү – бик мәһим бурыстарыбыҙ. Әйткәндәй, Көнбайыш һәм Көнсығыш
  •  
    элиталары үҙ балаларын махсуслашҡан мәктәптәрҙә уҡыта торған. Ә унда тәртип – тәү урында. Атаһы ни тиклем бай булмаһын, тыңлауһыҙ бала йәһәт ҡыуып сығарыласаҡ. Төптән ҡараһаң, совет мәктәбе системаһын файҙаланалар бит улар: кәрәк булғанда көс тә ҡулланып, Ҡулланыусы түгел, Ижадсылар үҫтерелә. Беҙҙең ҡәҙимге мәктәптәрҙән айырмалы, логика, психология, философия, риторика
  •  
     
    кеүек фәндәр ныҡлан уҡытыла. Төп йүнәлеш – донъя ҡоролошон яҡшы аңлау һәм айыҡ аҡыл менән эш итергә өйрәнеү.
    Эйе, айыҡ аҡыл менән эш итә белеү – һәр кешенең шәхес булараҡ иң мөһим һыҙаты.
    Айыҡ аҡыл – хөсөткә, ҡотортоуға ҡаршы иң ышаныслы ҡалҡан.
    Айыҡ аҡыл – дөрөҫ фекер йөрөтәү, үҙеңә һәм донъяға ысын баһа биреү, файҙа алыу һәм файҙалы булыу өсөн төп шарт. Бөтөнләй таныш булмаған яңы мәхиттә лә иң дөрөҫ юл күрһәтер айыҡ аҡыл.
    Айыҡ аҡыл – һәр нәмәлә сама белеү, бар даирәләрҙә үҙеңде кешеләрсә тотоу. Кешегә аң-зиһен үҫеше генә етмәй, фәҡәт айыҡ аҡыл һәм мәһәнилек кешене хайуандан айыра.
    Айыҡ аҡыл – көндәлек күнекмәләр талап итә, берҙе быға ирештем дә, шуның менән эш тамам, тип тынысланыу түгел. Йәғни, даими үҫешеүгә этәргес көс булып тора !
    Эйе, күптәр хәҙер заман технологиялары менән эш итеүҙе айыҡ аҡылдан, ғөмүмөн, аң-зиһендән, рухи камиллыҡтан юғарыраҡ ҡуйып маташа. Эйе, бар өлкәләрҙә лә мәғлүмәт даръя булып урғыла. Әммә бының кире яҡтары ла бихисап. Ҡағиҙә булараҡ, күбебеҙ мәғлүмәт диңгеҙендә бата ла ҡуя, бер сығанаҡтан икенсеһенә һикерергә тотона, бутала, үҙе өсөн ысыныда ла файҙалы мәғлүмәтте эҙләй ҙә, таба ла, ҡуллана ла белмәй. Өҫтәүенә – интернеттағы байтаҡ мәғлүмәт йә күрәләтә ялған, йә хөсөт таратыу маҡсаты менән таратыла. Йә тома наҙандарҙың “белгес” булып аҙапланыуы - кәкре ағастың орлоғо күп булыр, тип юҡҡа әйтелмәгән бит! Башта яҙҙыҡ инде – заман технологияларын файҙаға ҡулланыу өсөн төп шарт – Ҡулланыусы түгел, Ижадсы булыу. Мәғлүмәттәрҙең үҙҡиммәте юҡ, улар нимәгәлер хеҙмәт иткәндә генә ҡәҙерле!
    Интернетта сикһеҙ аралшыуҙың йәнә бер кире яғы – күп йәштәр анонимлыҡҡа йәшеренеп, дискуссияларҙа, яңылыҡ таратҡанда үҙҙәрен ныҡ әҙәпһеҙ, баҫҡынсыл, хатта, экстремизм йәһәтенән енәйәтсел тота торған. Был бик хәүефле. Беренсенән, анонимлыҡ – иллюзия, саманы үтә икән, һис уйламағанда йәш кеше суд алдына баҫтырылыуы ла бар. Иң яманы, ни ҡылһам да, үтеп китә, тип алданып, ысынында ла енәйәттәргә тотоноуы мөмкин. Бындай миҫалдар күп, саманан тыш күп. Икенсенән, енәйтсегә әйләнмәһә лә, гел виртуаль, әммә ысын кешеләр менән иреш-талаш арһында ҡайнаған йәш кешенең холҡо насарая. Ә өсөнсөнән, әлеге лә баяғы яуапһыҙлылығы арта, ысын оло кешегә әйләнеүе тотҡарлана. Бер генә миҫал, интернетта теләһә кемде теләһә ниндәй бортаҡ һүҙҙәр менән битәрләгән йәш кеше ысын тормошта үҙен ошолай тота икән, йә туҡмалып ҡаласаҡ, йә яуапҡа тарттырыласаҡ.
    Мәҡәләнең аҙағында төп фекеребеҙҙе ҡабатлайыҡ: бөгөнгө көндә интернет йәштәрҙе төп тәрбиәләүсегә, күп осраҡта – аҙҙырыусыға әйләнде. Заман технологияларын тыйып ҡына проблеманы хәл итеп булмай, был мөмкин дә түгел. Үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш тәрбиәләү өсөн тәрбиәне педагогтар ҙа, ата-әсәләр ҙә, киң йәмәғәтселек тә, дәүләт органдары ла бер төптән тотоноп башҡарыуҙары зарур. Берҙән-бер юл – йәштәребеҙҙе айыҡ аҡыллы, мәҙәниле, ыңғай милли йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро итеп үҫтерә алабыҙ икән, үҙҙәре лә аҙағынан насар йоғонтоларға биршмәҫ. Киреһенсә, мәҙәниәтебеҙҙе, бөтә йәшәйебеҙҙе яңы, юғарыраҡ кимәлгә күтәрә алырҙар.

    Шамил Фәсхетдин улы Батыршин, М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының, Башҡорт дәүләт университетының өлкән уҡытыусыһы
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас