Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Сентябрь 2021, 08:55

Яңы начальник тәғәйенләнде

Сығышы менән - күрше Белорет районынан. Хәйерле сәғәттә!

Яңы начальник тәғәйенләндеЯңы начальник тәғәйенләнде
Яңы начальник тәғәйенләнде

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә яңы начальник тәғәйенләнде – подполковник Х. Ғ. Һиҙиәтов.

Районыбыҙҙың эске эштәр бүленен 2019 йылдан етәкләгән подполковник С.Ә. Мөхәмәтшин  хаҡлы ялға сыҡҡан, 2021 йылдың 15 сентябренән  был вазифаны  подполковник Х. Ғ. Һиҙиәтов биләй. Яңы начальника менән осраштыҡ ошо көндәрҙә.

Хафиз Ғайсар улы – 1971 йылғы, сығышы менән күрше Белорет районынан. Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлап, әрмелә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас,   1991-1995 йылдарҙа физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо осорҙа  педагогия институтында ситтән тороп уҡый.  1995 йыл  эске эштәр органдарында хеҙмәт итергә рекомендация бирелә, участка инспекторы булып эш башлай. Белорет эске эштәр идаралығында төрлө вазифаларҙы биләй, ситтән тороп  юридик институтты тамамлай. Үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә алғас, 2016 йылдың йәйенән  Бәрйән районы буйынса  эске эштәр бүлегенең начальнигы итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәте ведомство һәм дәүләт наградалары менән билдәләнгән.

Тормош иптәше  менән ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Икеһе лә икенсе өлкәләрҙә мәшғүл, аталары һөнәрен һайламағандар. Әйткәндәй, Хафиз Ғайсар улының үҙенең атаһы оҙаҡ йылдар урман хужалығында эшләгән, әсәһе –  ауыл магазинында һатыусы була.

-Учалы районы   оҡшаны – тәбиғәт тә күркәм, кешеләре лә тырыш икәнлеге күҙгә салына. Коллектив менән дә уңышлы эшләйәсәгебеҙгә шөбһә юҡ, - тип билдәләне  иптәш подполковник. – Әлбиттә, төбәктең үҙ спецефикаһы бар. Силәбе өлкәһе менән сиктәш  урынлашыу криминаль хәлгә йоғонто яһамай ҡалмай, айырыуса наркомания, мал урлау һәм башҡа йүнәлештәрҙә. Күрше коллегалар менән  тығыҙ эшлекле хеҙмәттәшлекте көсәйтеү зарур.

“Учалыла криминаль хәлде нисек баһаларһығыҙ, ниндәй йүнәлештәргә  айырыуса иғтибар бирергә ниәтләнәһегеҙ?”- тигән һорауға  Хафиз Ғайсар улы түбәндәгесә яуапланы: “ Учалы районында  яңы эш башлағас,  һығымталар яһарға иртәрәктер. Шулай ҙа,  әленән үк күренә – мутлашыуҙар, банк карталары аша башҡарылған енәйәттәр  күп. Тап ошо сәбәпле районда енәйәттәрҙе асыҡлау күрһәткесе  8 айҙа 64 процент тәшкил итте, былтыр был осорҙа – 68 процент була.  Интернет аша, ситтән  эш иткән бурҙарҙы  тотоу ҡатмарлыраҡ. Шуға ла, уңайы менән файҙаланып, халыҡты уяуыраҡ булырға саҡырам -  телефон аша шылтыратҡан (интернет аша бәйләнешкә сыҡҡан) һәр кемгә ышанып бармағыҙ!  Хәтерләп ҡуйыу ҡатмарлы түгел бит инде – ысын банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да  ситтән тороп ҡайҙалыр аҡса күсереүҙе, конфиденциаль мәғлүмәтте әйтеүҙе талап итмәйҙәр.  Бындай осраҡта телефонды һалығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, иң хәйерлеһе шул.

 Шулай уҡ урлашыуҙар,  наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен, ғаилә янъялдары, юл-транспорт һәләкәтттәрен иҫкәртеү өсөн  профилактика  эшен көсәйтергә кәрәк булырҙыр.  Әлбиттә, башҡа йүнәлештәрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай, ҡыҫҡа ғына әйткәндә – ҡайҙа ла тәртип һәм закон хөкөм һөрөргә тейеш – был бөтә халыҡтың мәнфәғәтендә”.

 Яңы начальник беренсе танышыуға   урындағы журналистарҙа яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы, тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итергә вәғәҙә итте. Уңышлы хеҙмәт теләп ҡалабыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас