

Өс көн рәттән барған һайлауҙар тамам. 17, 18, 19 сентябрҙә яҡташтарыбыҙ РФ-тың Дәүләт Думаһына һигеҙенсе саҡырылыш депутаттарын һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына вәкилдәр һайланы. Өс көн тауыш биреү тәү сиратта илдәге эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп эшләнгәне билдәле. Халыҡ өсөн дә уңайлы булды. Кешеләр ваҡыттарына ҡарап, ҡайһы көндә участкаға барып һайларға кәрәклеген алдан уҡ хәл итеп ҡуйҙы. Шулай уҡ был ысул һайлау системаһындағы көсөргәнешлекте лә еңеләйтте.
Учалы районында 65 һайлау участкаһы эшләне. Исемлектә барлығы 55021 һайлаусы теркәлгән. Учалы районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғарифуллина әйтеүенсә, тауыш биреү тыныс шарттарҙа үткән, һайлау участкаларында бөтә санитар-эпидемиологик талаптар үтәлгән, сираттар күҙәтелмәгән. Рәсәй, республика кимәле менән сағыштырғанда, әүҙемлек һүлпәнерәк булған.
Ҡала-районыбыҙҙа тауыш биреү хоҡуғы булған граждандары исемлегенән Дәүләт Думаһы һайлауында 33604 һайлаусы ҡатнашҡан, йәғни 61,07 процент. Һәр ваҡыттағыса, ауыл халҡы гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡараған.
Учалы районында үткән һайлауҙарҙа Эльвира Айытҡолова (“Берҙәм Рәсәй”) - 56,31% , Альберт Ғәзизов (КПРФ) - 19,24%, Александр Поляков (КПКР) - 4,77% , Константин Куликов (“Новые люди”) - 3,23% тауыш йыйған.
Партиялар буйынса беренсе урында 57,08 процент менән “Берҙәм Рәсәй”, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы 25,91 процент йыйған. “Новые люди” партияһына - 3,94 процент тауыш биргәндәр. ЛДПР 3,39 процент менән дүртенсе урында. “Ғәҙел Рәсәй” партияһы - 2,75 процент йыйған. Ҡала-районыбыҙҙа “Берҙәм Рәсәй” алдынғылыҡты яуланы.
Республикала ла һайлауҙар ойошҡанлы һәм лайыҡлы уҙҙы, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса халыҡтың 70 проценты тауыш биргән. Экзитпол мәғлүмәттәре «Берҙәм Рәсәй»ҙең еңеүен күрһәтә, уның өсөн Башҡортостан һайлаусыларының 60%-ты тауыш биргән, республикала икенсе урында - КПРФ, өсөнсөлә - ЛДПР.
Һайлау участкалары өс көн рәттән урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 20.00 сәғәткә тиклем эшләне. Граждандарға ниндәйҙер сәбәп менән һайлау участкаһына килә алмаһа, уларға тауыш биреү бинаһынан ситтә (өйҙә) тауыш биреү мөмкинлеге булдырылды. Бының өсөн яҙма рәүештә йәки телдән, шул иҫәптән башҡа кеше ярҙамында урындағы һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк ине. Сәләмәтлектәре насар булыу сәбәпле һайлау участкаһына килә алмағандар ошо мөмкинлек менән файҙаланды.
Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында урынлашҡан 3140-сы һайлау участкаһында иртәндән йәнлелек күҙәтелде. Яҡташтарыбыҙ әүҙем тауыш бирергә килгән. Пандемия арҡаһында һайлау мәлендә һаҡланыу саралары төп сара булып тора. Һайлау участкаларында һәр ике сәғәт һайын санитар эшкәртеү ойошторола, барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла үтәлә. Шуға күрә граждандарға борсолорға сәбәп юҡ.
- Халыҡ кампанияға етди ҡарай, һәр ҡайһыһы үҙенең фекерен белдерергә тырыша. Һайлау участкаһы 8.00 сәғәттә асылды, алтмышҡа яҡын кеше һайлап өлгөрҙө. Беренсегә тауыш бирергә килгән йәштәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ, 18 йәше тулған 10 кеше тәүгә һайлаясаҡ. Оло йәштә, сәләмәтлектәре арҡаһында килә алмаған, изоляцияла ултырған 40 кеше өйҙәренә килеп һайлаттырыуҙы һораны, - ти һайлау участкаһы рәйесе Лена Ғибәҙәтова.
3140-сы һайлау участкаһында 1156 кеше теркәлгән булған.
Гөлдәр Шәймәрҙәнова ҡыҙы Ләйсән менән иң беренселәрҙән булып килеп һайланы. Гөлдәр ханым Учалы тегеү фабрикаһында эшләй.
- Сменалап эшләйем, бөгөн ял көнө. Һайлауҙарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам. Тик ниндәй парламент булдырыуыбыҙ беҙҙең киләсәкте хәл итәсәк бит, - ти ул. Ләйсән Шәймәрҙәнова “Ромашка” балалар баҡсаһында тәрбиәсе.
- Тауыш биреүҙә ҡатнашыу - мөһим бурыс. Яҡташтарыбыҙ ил һәм республика яҙмышына битараф булмауын күрһәтергә тейеш. Яуаплы булайыҡ! - тине ул.
Иманғол ауылы һайлау участкаһында исемлек буйынса 768 кеше теркәлгән. Һайлауҙың беренсе көнөнда 70 кеше тауыш биргән. 26 кеше өйҙән тауыш бирәсәк, 18 йәше тулған 18 кеше һайлауҙарҙа тәүгә ҡатнашасаҡ. Һайлау тыныс шарттарҙа үтә. КПРФ партияһынан күҙәтеүселәр бар.
- Көҙөн кеше бушамай бит, бесән эшләй, картуф ала. Тәғәйен ваҡытҡа ғына килеп тауыш бирергә өлгөрмәйҙәр. Халыҡҡа өс көн тауыш биреү мөмкинлеге булдырыуҙары уңайлы булды, - ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Салауат Хәмбәлиев.
КПРФ партияһы күҙәтеүселәре менән дә әңгәмәләшергә форсат тейҙе. Салауат Аллаяров Төмәндә йәшәй, ата-әсәһе Иманғолда.
- Күҙәтеүсе булып дүрт йыл эшләйем. Быға тиклем Рәсәй буйынса үткән һайлауҙарҙа ла ҡатнашырға тура килде, шул иҫәптән Мәскәүҙә лә. Шуны әйтергә кәрәк, беҙҙә һайлауҙар ойошҡан рәүештә, тыныс үтә, - ти ул.
Йәштәр ҙә мөһим саранан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Ураҙ ауылынан 18 йәшлек Азат Әғзәмов һайлауҙарҙа беренсегә ҡатнаша. Егет Учалы тау сәнәғәте колледжында белем ала.
- Илебеҙҙең киләсәге өсөн тауыш бирҙем, ҡалған йәштәр ҙә мөһим саранан ситтә ҡалмаһындар ине, - ти ул.
Һайлау көндө медицина учреждениелары ла көсөргәнешле режимда эшләне. 18-19 сентябрҙә филармония алдында үҙәк ҡала дауаханаһының мобиль пункты эшләне. Һайлауға килгән яҡташтарыбыҙға бер ыңғайы һаулыҡтарын тикшертеп, Covid-19, киҙеүгә ҡаршы вакцинация эшләтеү мөмкинлеге булды.