Уйлап ҡараһаң, бик тә ҡурҡыныс статистика. Рәсәйҙең 522 ултырағында ҙур социологик тикшереү үткәрелә. 59 процент ватандаштарыбыҙ, мөмкинлек булһа, сит илгә күсер инем, тигән фекерҙә. Иң әүрәткән илдәр – АҠШ, Канада, Италия, Швейцария.
Ай-һай, ундай “сумаҙан кәйефе” менән йәшәүе ҡыйындыр. Бер генә мәҡәлде иҫкә алайыҡ – “Ҡайҙа ғына барһаң да, ҡара һаҡалың артыңдан эйәреп йөрөр”. Бер ҡайҙа ла бал һылап ҡуйылмағандыр!
Хәҙер ҡайҙа ла “демократия”. Яңы Зеландияла маори партияһы илдең исемен Аотеароа тип үҙгәртеүҙе юллай башлаған. Ерле халыҡ теленән “оҙон аҡ болот” тип тәржемә ителә. Шулай уҡ маори телен төп дәүләт теленә әйләндереү тураһында һүҙ сығаралар. Үҙҙәре ил халҡының 15 процентын тәшкил итеүҙәренә (600 мең), маори араһында һәр бишенсе кеше генә туған телен белеүенә бер ҙә иҫтәре китмәй. Хаттин ашыу түгелме? Рәсәйҙә милләт билдәһе буйынса сәйәси партиялар ойоштороу рөхсәт ителмәй. Шулай ҙа, беҙҙә лә ерле халыҡтар теленә һәм мәҙәниәтенә иғтибарҙы арттырыу бер ҙә зыян килтермәҫ ине!
Гарвард медицина мәктәбе (АҠШ) профессоры Джорд Черч әфәндегә 15 миллион доллар грант бирелде. Генетик редактрлау алымы ҡулланып, йөнтәҫ мамонттарҙы тергеҙеп ҡараясаҡ. Дөрөҫөрәге, әле йәшәгән фил менән гибрид булдырырға йыйына. Тиҫтәләп мең йыл элек ҡырылып бөткән йәнлектәр төньяҡ тундраһы экосистемаһы өсөн файҙалы буласаҡ тип әйтелһә лә, төп стимул – фәнде үҫештереү, яңы үрҙәргә артылыуҙыр инде. Әйткәндәй, тап Д.Черч етәкләгән ғалимдар генотибы үҙгәртелгән сусҡа сығарҙылар – кешегә тән ағзалары доноры булырға яраҡлы, ти. Эштәр былай барһа, оҙаҡламай шүрәле, аждаһа, дейеү, өрәк һәм башҡа мәсекәй ҡарсыҡтарҙы ла үрсетә башларҙар әле....
Красноярск крайында бер алйот металлолом ҡабул итеү пунктына ниндәйҙер тимер киҫәге килтереп тапшыра. Саҡ ҡына тутын ҡағып ҡараһалар, скифтар дәүеренән ҡалған боронғо ҡылыс икәнлеге асыҡлана, беҙҙең эраға тиклем 4-5 быуат алда сүкелгән. Тарихи ҡомартҡының хаҡын яҡынса ла күҙаллап булмай, шуныһы ҡына асыҡ – табыусыға бик оҙаҡ айнымай эсергә етер ине.
Салауат районында 16 йәшлек егет һыйыр көткәндә мамонт тешен таба. Баҡһаң, йылға яры ямғырҙарҙан ишелеп, боронғо йәнлек һөлдәләре бында килеп сыҡҡылай икән. Үҫмер табышты ни эшләтеү тураһында уйлай, ти, берәй коллекционерға һатһа,тиҫтәләп мең һум алыуы ихтимал.
Һиндостанда 65 йәшлек Зарефа Ян ханым шиғырҙар ижад итә. Тик бына уҡый-яҙа белмәй, шуға ла үҙенең алфавитын уйлап сығарған, ти. Әҫәрҙәрен төрлө диаметрҙағы түңәрәктәр ярҙамында теркәй бара. Һирәк ҡулланылған кашмир телендә ижад иткәс, һаман хәлдең айышына төшөнә алмайҙар – әллә ысынлап та яңы алфавит ҡуллана, әллә бөтә шиғырҙарын яттан хәтерләп, кеше башын бутай. Ирекһеҙҙән көләмәс иҫкә төшә - бер коммерсант һүрәт төшөргән рәссамды күреп ҡала ла, бәләкәй малайына әйтә икән:”Тырыш, улым, бай бул. Фотоаппарат алырға ла аҡсаң юҡ икән, бына бит нисек интегергә тура килә!”
Беҙ генә судҡа барыуҙан уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡабыҙ. Бразилияла эттәр өсөн дә әхлаҡи зыян түләтеү тураһында һүҙ сыҡты. Спайк һәм Рембо ҡушаматлы арландарҙы хужалары ял итергә киткәндә ҡарауһыҙ ҡалдырған булалар. Ирекмәндәр приютҡа илтәләр һәм фәҡәт эттәр исеменән эйәләрен судҡа бирәләр. Суд 2 мең реал (27 мең һум) компенсация түләтеү тураһында ҡарар сығарған. Беҙҙә лә хайуандар менән ҡанһыҙ мөғәлләмә өсөн яуаплылыҡ ҡаралған, ләкин эттәрҙе “судта ҡатнашыусы яҡ” тип таныу ахмаҡлыҡ булып тойола.
Америкала күләмле тикшереү үтте. Үҫмерҙәрҙең социаль селтәрҙәрҙә көнө-төнө ултырыуының тағы бер яман яғы асыҡлана. Һәр кем интернетҡа үҙенең матурыраҡ фотоһын ҡуя бит инде, күптәр фотошоп менән “сибәрләтеүҙән” дә тартынмай. Матди хәлдәрен дә арттырып-бүрттереп күрһәтеүсән. Йәштәр иһә, “.... барыһы ла һомғол, мөләйем, бай һәм уңыштарға өлгәшә, мин генә шөкәтһеҙ ҡарасҡы!”- тигән һығымтаға килеүсән. Ошо арҡала ғына ла суицид кәйефтәре көсәйеүе ихтимал икән. Эх, һәр кем үҙенсә матур, сөнки һәр кемебеҙҙе Аллаһы Тәғәлә яралтҡан, һәр кем был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килгән, тигән ябай ғына хәҡиҡәтте йәш саҡта аңлауы ҡыйыныраҡтыр шул.