

2021 йылда журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссияның беренсе ултырышы уҙған. Беренсе турға 16 автор һәм ике ижади коллектив күрһәтелде.
Ал -ял белмәй, тарихыбыҙҙы өйрәнгән һәм пропагандалаған яҡташыбыҙ, алдағы көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек матур юбилейен ҡаршыларға йыйынған, рухлы, абруйлы шәхес, РФ, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Рәүеф Вәли улы Шаһиевҡа еңеү теләп ҡалабыҙ, һис шикһеҙ ул был юғары наградаға лайыҡ! Афарин! Алға, Учалылар!
Тел ҡеүәтен арттырыусы
Булған саҡта ғалимдар.
Донъябыҙҙы баҫа алмас,
Маңҡорт, ҡуштан, залимдар!
Абруйлы ил ағаһына
Һис шикһеҙ ышаналар.
Тыуған ерҙең бер йәме һеҙ, -
Яҡташтар, Учалылар!
Телем тиеп, йәшәй улар,
Ҡойоноп рәхмәттәргә.
...Һәр бер бүләк насип булһын,
Лайыҡлы шәхестәргә!
Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619