

#Ихахай Көләмәс
Бер ир аҡыл эйәһенә килә.
-Ғаиләбеҙ ҙур, фатирым бәләкәй, ныҡ тығыҙ, изалап йәшәйбеҙ. Ҙурыраҡ торлаҡ алырға аҡса юҡ, нимә эшләргә икән?
-Кәзә һатып ал.
-Шунан?
-Шунан үҙең абайларһың., тик мотлаҡ өйөңдә аҫра.
Ике аҙна үтә. Ир йәнә ҡарт янына килә.
-Һин өйрәткәнсә кәзә һатып алдым, өй эсендә түҙерлек тә түгел -һаҫыҡ еҫ, бысраҡ, урын бөтөнләй ҡалманы!
-Хәҙер кәзәне һат та, өйөң ул тиклем тығыҙ булмағанлығын үҙең дә абайларһың
Һүрәт алынды -https://pressa.tv/demotivatori/116558-demotivatory.html