Яйыҡ
+24 °С
Дождь
Новости
21 Сентября 2021, 06:26

Йәшлек шаҡшылығы?

Ҡурҡыныс төш булып артта ҡалһын...

Йәшлек шаҡшылығы?Йәшлек шаҡшылығы?
Йәшлек шаҡшылығы?

Учалы ҡатындары ныҡ үткер, тигән һүҙ күптән таралған. Тик бына ҡайһы саҡ ҡырын яҡҡа ла сос булып китәләр икән.

Учалы район суды хәбәр итте (http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=207): 19 йәшлек яҡташыбыҙ ҡурҡытып аҡса талап иткән өсөн хөкөм ителде. Теүәл әйткәндә – РФ Енәйәт кодексының 163-сө статьяһы – көс ҡулланыу менән янап һәм көс ҡулланып  икенсе кеше милкен талап итеү.

Үҙенең әхирәте менән талашҡан булыуын сәбәп итеп, бер ҡыҙҙан 10 мең һум түләүен талап итә. Теге ни, туҡмалыуҙан ҡурҡҡандыр инде, 2 һәм 1 мең һумлыҡ купюралар  тоттора. Оҡшап ҡалғандыр инде, икенсе ҡыҙҙы ла ошо рәүештә талағанлығы асыҡлана.

 

 “Юлбаҫарбикә” ғәйебен таныған, тип хәбәр ителде. Шартлы рәүештә 4 йылға иркенән мәхрүм ителә. Йәшлек шаҡшылығы, ҡурҡыныс төш булып ҡына был хәл-ваҡиғалары артта ҡалһын! Материал әҙерләнгән ваҡытта суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас