

Венгрия баш ҡалаһы Будапештта кикбоксинг буйынса 26-сы Донъя кубогына ярыштар үтте. Рәсми исеме –“ 26th Hungarian Kickboxing World Cup 2021”. 45 илдән 3 меңләп спортсы көс һынашыуҙары үҙе өсөн үҙе һөйләйҙер.
Нисәмә илдә хәҙер “Учалы” атамаһын белеп ҡалдылар – Данил Панов юниорҙар араһында ике ауырлыҡ категорияларында ( 74 һәм 79 килограмм) алтын миҙалдар яуланы. Бының өсөн Австрия, Украина, Босния, Герцеговина, Венгрия, Италия, Болгария, бер ватандашыбыҙҙы ышаныслы рәүештә еңгән.
-Учалы ҡалаһында Артем Бобров һәм Тимур Заманов менән бергәләп 150-ләп балаға күнекмәләр үткәрәбеҙ. Данил - 2003 йыл тыуған, быйыл 5-се мәктәпте тамамланы. Бик һәләтле һәм тырыш егет, алда еңеүҙәре байтаҡтыр әле! – ти тренеры Денис Ямалетдинов. Денис Айҙар улы үҙе лә заманында бик тә уңышлы сығыш яһаған спортсы, һуңғы 9 йыл йәштәрҙе тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Ошондай уңыштарға өлгәшкән спортсыны ла, тренерҙарын да ихлас ҡотлайбыҙ!