Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
22 Сентября 2021, 10:05

Хәйриә сараһы уңышлы үтте

“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы, ниһайәт, аҙағына ла етте. Белеүебеҙсә, ул 1 июлдә үк старт алғайны.

Хәйриә сараһы уңышлы үттеХәйриә сараһы уңышлы үтте
Хәйриә сараһы уңышлы үтте

“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы, ниһайәт, аҙағына ла етте. Белеүебеҙсә, ул 1 июлдә үк старт алғайны.

Хәйриә сараһының маҡсаты ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар өсөн мәктәп кәрәк-ярағы, мәктәп кейеме йыйыу булды.

“Ғаилә” үҙәгенә килтерелгән кейем-һалым, мәктәп кәрәк-ярағы, кәнсә тауарҙары, рюкзактар, “Планета” магазинынан кәнсә тауарҙары алыу өсөн 500 һумлыҡ сертификаттар өҫтә һанап үтелгән ғаиләләргә таратып бирелде. Тупланған мәктәп әйберҙәрен алырға килгән һәр сабыйҙың йөҙөндә шатлыҡ-ҡыуаныстар балҡығанлығын күреп, күңелдәр күтәрелде, оло эш башҡарғаныбыҙға ышаныс арта төштө.

Ағымдағы йылда акция айырыуса дәррәү, ойошҡан рәүештә уҙҙы. Быйыл ул республика буйынса ун беренсеһе булды. Сарала әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләп үтеү яҙыҡ булмаҫтыр: Башҡорт алытын табыу компанияһы етәксеһе Ирек Ғиззәтуллин, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының социаль проекттар идаралығы начальнигы Гүзәл Лоҡманова, Учалы тегеү фабрикаһы, “Шатлыҡ” йәмғиәте, “Техноплекс” заводы, “Учалы йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәте директоры Ильяс Килмөхәмәтов, шәхси эшҡыуарҙар, “РИВС” йәмғиәте, райондың мәҙәниәт бүлеге, депутат Лариса Шәрипова, “Таҙа ҡала” автокомплексы, “Учалы электр селтәрҙәре” йәмғиәте, “Максименко” шәхси эшҡыуарлығы, Учалы районы буйынса “Росгвардия” һаҡ хеҙмәте, “Галактика” кейем-һалым һәм аяҡ кейеме магазины, Учалы ҡала биләмәһе башлығы Илмир Ғәзизов, Илсеғол ауыл хакимиәте башлығы Зөлфиә Әбшәһитова, Ураҙ ауыл Советы башлығы Жәлил Солтанов, Мансур ауыл хакимиәте башлығы Әдип Ҡарамышев, Миндәк, Бөйҙө, Уральск ауыл хакимиәттәре коллективы исеменән 1 сентябргә барыусы берәр балаға портфель әҙерләнде. Улар балалар өсөн изгелек ҡылып, оло сауап алдылар. Акция барышында йәмғеһе 399 мең 941 һум аҡса тупланды һәм ул тиненә тиклем балалар файҙаһына тотонолдо.

Ошо сабыйҙар һау-сәләмәт булып, тырышып уҡыһындар, тигән теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. ”Ғаилә” үҙәге белгестәре хәйриә эшендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерә. Һәр ҡылған эшегеҙ - бары изгелек булып үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын. Бөтәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Лиана АЛТЫНХУЖИНА,

“Ғаилә” үҙәге белгесе.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас