+22 °С
Ямғыр


Бөгөн,22 сентябрь төнөндө Белорет-Учалы-Мейәс автоюлының 137-се километрында ҡот осҡос фажиғә булды.
24 йәшлек урындағы ҡыҙ идара иткән «Лада Гранта» “Volvo Trucks” йөк автомобиле менән һуғылалар. Һуңғыһының руле артында 49 йәшлек Силәбе кешеһе ултырған була.
“Лада”ның водителе һәм 30 йәшлек пассажиры һәләк булғандар, тип хәбәр итте “Башинформ” агентлығы. Яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ....
Әлеге мәл фажиғәнең бар хәл-шарттары асыҡлана.