

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 сентябрҙән 26-һына ҡәҙәр республикала уртаса һауа температураһының +8,+10 градус булыуы көтөлә. Төндә +2,+8 булһа, көндөҙ +11-17 градусҡа тиклем йылытасаҡ, урыны менән төндә 0, -5 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшәсәк.
26 сентябрҙән 27-һенә ҡараған төндә һыуыҡ атмосфера фронты килеүе күҙаллана. Ямғыр һәм ҡар яуып, һауа температураһының төндә -1, -6, көндөҙ +4,+9 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Республика буйынса уртаса тәүлек һауа температураһы +1,+6 градус тәшкил итәсәк, тип билдәләй синоптиктар.
Фото: photoclub.by