Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Сентябрь 2021, 10:01

Коранавирус нығыраҡ ҡотора бара

Насар рекорд ҡуйылды

Коранавирус нығыраҡ ҡотора бараКоранавирус нығыраҡ ҡотора бара
Коранавирус нығыраҡ ҡотора бара

Башҡортостанда коронавирус буйынса яңы антирекорд теркәлгән. Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һаны 64 меңдән ашҡан. Уҙған тәүлектә 344 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны — 64 196.

Коронавирустан бөтәһе 55 890 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән 184-е — һуңғы тәүлектә. Тәүлек эсендә — 20 пациент, йәмғеһе 1 477 кеше вафат булған.

Вакцинаның беренсе компонентын — 1 259 935, икенсеһен 1 152 704 кеше ҡаҙатҡан. "Башинформ" мәғлүмәттәре буйынса.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас