Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Сентябрь 2021, 08:45

Коронавирус ҡорбандары арта бара

Башҡортостанда коронавирус буйынса яңы антирекорд теркәлгән.

Коронавирус ҡорбандары арта бараКоронавирус ҡорбандары арта бара
Коронавирус ҡорбандары арта бара

Башҡортостанда коронавирус буйынса яңы антирекорд теркәлгән. Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һаны 64 меңдән ашҡан. Уҙған тәүлектә 344 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны — 64 196.

Коронавирустан бөтәһе 55 890 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән 184-е — һуңғы тәүлектә. Тәүлек эсендә — 20 пациент, йәмғеһе 1 477 кеше вафат булған.

Вакцинаның беренсе компонентын — 1 259 935, икенсеһен 1 152 704 кеше ҡаҙатҡан.

"Башинформ"

https://www.bashinform.ru/bash/1649102/

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас