Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
23 Сентябрь 2021, 09:15

Уғрылыҡта ғәйепләнә

Учалы кешеһе магнитола урлауҙа ғәйепләнә.

Уғрылыҡта ғәйепләнәУғрылыҡта ғәйепләнә
Уғрылыҡта ғәйепләнә
 Учалы кешеһе магнитола урлауҙа ғәйепләнә. Хәл былай була, Учалы районынынң эске эштәр бүлегенә көнкүреш техникаһы һатылған магазиндан автомагнитола урлауҙары тураһында хәбәр килә. Ленин урамындағы сауҙа үҙәгенән төрлө маркалы алты магнитола юғала.  Баҡтиһәң, Учалы ҡалаһында йәшәүсе 26 йәшлек бер ай дауамында өс көн аша магазинға инеп автомагнитолаларға "айыу майы һөртөргә" ғәҙәтләнеп алған. Магазин хеҙмәткәрҙәре тауарҙарын иҫәпләгәндән һуң ғына был хаҡта белеп ҡалған. Урланған техниканы осраҡлы кешеләргә һатҡан, аҡсаһына спиртлы эсемлектәр, аҙыҡ-түлек һатып алған. Хоҡуҡ һоҡлау органдарҙы ирҙе ҡурға алған. Ул быға тиклем уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән булған. Ғәйебен таныған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.  
   

  
Автор:Алия Даутова
Читайте нас