Диктантта Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Эштәр рус, инглиз, испан телдәрендә буласаҡ. Улар 2021 йылдың 3 ноябрендә 00.01 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) "Ҙур этнографик диктант”тың рәсми сайтында (
www.miretno.ru) баҫыласаҡ, тип хәбәр ителде. Эштәр текст рәүешендә рәсмиләштерелгән һәм диктантта ҡатнашҡан һәр кем өсөн дөйөм федераль (20 һорау), Рәсәй Федерацияһының һәр төбәге өсөн төбәк өлөштәрҙән (10 һорау) тора. Сит илдә йәшәүселәр өсөн айырым утыҙ һорау буласаҡ.
Заданиеларҙы башҡарған өсөн ҡуйыласаҡ максималь балл – 100. Диктантты үткәреү ваҡыты – 45 минут. Ошо ваҡыт үткәс, эштәрҙе башҡаса башҡарып булмаясаҡ. Ҡатнашҡан кешенең эш һөҙөмтәләре күрһәтелгән электрон сертификат электрон почтаға ебәрелә.