+22 °С
Дождь


23 сентябрь, 14.00 сәғәт тирәләрендә Иманғол ауылының Сөнәғәтуллин урамында мопед автомобиль менән һуғылды.
"Рено Логан" менән 37 йәшлек урындағы ҡатын идара иткән булһа, "Вентро" руле артында – 14 йәшлек үҫмер.
Юл-транспорт һәләкәте арҡаһында үҫмер дауахананың травмоталогия бүлегенә илтелә, тип хәбәр итте беҙгә ЮХДДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.
Мопед-мотоциклдарҙа йәштәр ныҡ күбәйҙе шул.