Бөгөн иртәнге 07:19 сәғәттә Учалы ауылының З.Вәлиди урамында янғын сыға. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә йорт-ҡаралтыны ут ялмап алған була. Янғын һөҙөмтәһендә ағас мунса, һарай зыян күрә. Зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ. Ут сығыуҙың сәбәптәре асыҡлана.