

Ҡасан ғына аңлай башларбыҙ икән: бизнесҡа әүрәтеүселәрҙең байтағының бар бизнесы - өйрәнсектәрен төп баштарына ултыртыу!
Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова сираттағы ошондай хәл-ваҡиғалар тураһында бәйән итте:
Учалы ҡалаһынан бер ир инвестициялар менән шөғөлләнмәксе була. Интернет аша брокер компанияһын таба, бәйләнешкә сыға. Шул тиклем ышандыра алғандарҙыр инде, яҡташыбыҙ үҙ аҡсаһын һалыу менән сикләнмәй, банктарҙан 2 миллион һум хәжәтләнеп елгә осора – “брокерҙар” бәйләнеште өҙә. Нығыраҡ ылыҡтырыу өсөн башта “дивидент” түләнгән дә булалар – 20 мең һум, үҙенең аҡсаһының йөҙҙән бер өлөшө! Учалы ҡалаһынан бер ҡатын да оҡшаш хәлдә ҡалды: интернеттағы билдәһеҙ бәндә аҡса эшләү форсаты менән ҡыҙыҡһындырып, банк картаһы мәғлүмәттәрен әйттерә. Тәбиғи, шундуҡ ундағы 9780 һумды һыпырып ала ла, ғәйеп була.
Интернетта тауарҙарҙың хаҡы осһоҙораҡ, тәҡдимдәр күберәк, әммә магазиндарҙан айырмалы рәүештә, алданып ҡалыу ихтималы лә бик юғары. Учалы ҡалаһынан ҡатын 800 мең һумға төҙөлөш материалдары, ир – автомобиль двигәтеле өсөн 39 900 һум күсергән булалар, килешелгән ваҡытта тауар килтереүҙәрен көтә торғас көтөк булалар.
Әйткәндәй, БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртте, алдаҡсылар элек ҡулланған бер схемаларын йәнә ҡуллана башлағандар – телефондан билдәһеҙ кеше шылтырата ла, “....улың (ҡыҙың) автомобилдә кеше тапатты, эш олоға китмәһен өсөн фәлән-фәлән күләмдә аҡса кәрәк, бик ашығыс!” – тиҙәр. Аҡсаны йә ҡайҙалыр күсеттерәләр, йә үҙҙәре үк килеп ала. Ҡурҡыу-борсолоуҙан шаңҡыған оло кеше аҙағынан ғына улына бәйләнешкә сыҡһа, уның менән бер ни булмауы асыҡлана. Уяуыраҡ, айыҡ аҡыллыраҡ булайыҡ, иптәштәр! Алдаҡсыларҙың бар бизнесы нигеҙендә - беҙҙең вайымһыҙлыҡ һәм сабыйҙарса ябайлылыҡ.