Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
27 Сентябрь 2021, 05:13

Баланы ҡуян да таба

24 йәшлек ҡатын холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителде  

Баланы ҡуян да табаБаланы ҡуян да таба
Баланы ҡуян да таба

Эйе, баланы ҡуян да таба, ти халыҡ әйтеме, иң мөһиме – сабыйҙы тәрбиәләү, үҫтереп кеше итеү.

Алимент  түләүҙән  баш тартыусылар тураһында һүҙ сыҡһа,  шырт баҫҡан, эсеүҙән шешенгән, аҙып-туҙып йөрөгән  ир шәрәмәттәре күҙ алдына килеп баҫа.  Ундайҙар араһында йәш ҡыҙҙар ҙа була икән шул! Ошондай аяныслы хәл тураһында Учалы район суды хәбәр итте (  http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=208).

Учалы ҡалаһында көн күргән 24 йәшлек ҡатын суд ҡарары менән улын һәм ҡыҙын тәрбиәләүгә алимент түләргә тейеш була. Әммә, ихтирамға лайыҡ сәбәбе булмайынса  был бурысты үтәмәй. Улай ғына ла түгел бит әле: алимент түләмәгән өсөн мәжбүри эштәр рәүешендә административ язаға тарттырылған була, әммә йәмәғәт эштәре башҡарырға сыҡмай.

 Аңлашыла инде, бындай осраҡта  баштан һыйпап тормаясаҡтар. Йәнә суд үтеп,  5 айға холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителде, эш хаҡының 5 проценты дәүләт файҙаһына тотоласаҡ.

Был тапҡырында ла ҡасып ҡалырға маташа икән,  төрмәгә ултыртып ҡуйыуҙары ла булмаҫтай хәл түгел.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас