

Автобуста бер мөләйем ҡатын йылмайып ҡаршыла ултырған иргә мөрәжәғәт итә:
-Һеҙ минең игеҙәктәрҙең атаһы буғай?
Теге һушын юғалта яҙғас, аныҡлыҡ индерә:
-Мин тәрбиәсе, балалар баҡсаһында төркөмөмә йөрөгән игеҙәктәрҙе күҙ уңында тотҡайным!
Тәрбиәсе изалап-изалап балаға тығыҙ колготки кейҙерә. Эш тамамланыуға сабый белдерә:
-Был минең колготки түгел!
Тәрбиәсе һуҡрана-һуҡрана кире сисеп бөтөүгә, бала йәнә телгә килә:
-Минең колготки тишелгән, шуға әсәйем ҡустымдыҡын кейҙереп ебәрҙе!
Бала өйөнә илап ҡайта.
-Яңы тәрбиәсебеҙгә исеме менән өндәшкәйнем, ул миңә иреште.
-Исемен беләңме һуң?
-Беләм – Жадина-Говядина.
-Жанна Генадьевна ул, Жадина-Говядина түгел!
Тәрбиәсе ҡиммәтле маникюр яһатып килә. Бер малай һоҡланып тырнаҡтарҙан күҙен алмай.
-Матурмы, оҡшаймы?
-Әлбиттә, оҡшай! Ағас башына үрмәләгәндә тырнаҡ менән йәбешергә була бит!
Атай кеше артынан тәрбиәсе йүгерә.
-Туҡтағыҙ, һеҙ икенсе баланы алып ҡайтып бараһығыҙ!!!
-.....ә ниндәй айырма? Иртәгә бары кире килтерергә.