

Пермь ҡалаһындағы фажиғәнән һуң ҡорал мәсьәләһенә иғтибар бермә-бер арта. Һунар миҙгеле лә башлана бит инде.
Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт эше бүлексәһе инспекторы Илсур Фәттәхов барыһын да иҫкәртте. Ут ҡоралына рәхсәт ғәмәлдән сыға икән, кәмендә 1 ай алда оҙайтыу шарт. Ғаризаны Госуслуги порталы аша ла бирергә мөмкин -https://www.gosuslugi.ru. Ҡорал эйәһе йәшәү урынын алмаштыра икән, был хаҡта ике аҙна үткәнсе хәбәр итергә тейеш. Яңы алған ҡорал да 2 аҙна үткәнсе теркәлә. Ҡорал әйләнеше буйынса белешмәләр алыу өсөн телефон номеры -8(34792) 3-43-89, 8(34791) 2-09-22
Һунарға сыҡҡанда мылтыҡ һүтелгән, чехол эсенә һалынған, яһаҡһыҙ булырға тейеш. Был көйөнсә лә ҡоралды йәмәғәт саралары, ял итеү урындарында, мәғариф учреждениелары биләмәләрендә, төнөн эшләшгән учреждениеларҙа, хәмер һатҡан урындарҙа йөрөтөү ҡәтғи тыйыла.Әлбиттә, эскән көйөнсә ҡорал менән эш итергә ярамай. Ҡағиҙәләр күҙәтелмәй икән, һәр граждан был хаҡта хәбәр итергә тейеш: 8(34792) 3-43-89, 8(34791) 2-09-22 йә 02 телефондары буйынса. Бәлә сығыу ҡурҡынысын ситтән битараф күҙәтергә һис тә ярамай!