Учалы районында коронавирус арҡаһында ҡаланың 1-се Башҡорт лицейы, 3-сө лицей, 5-се мәктәп һәм 10-сы мәктәптәрҙең 5-8, 10 класс уҡыусылары дистанцион уҡыуға күсерелде. Уҡыусылар 27 сентябрҙән 9 октябргә тиклем өйҙән уҡыясаҡтар.