Бер ир ҡасабала йәшәүсе туғандарына килгән. Яҡындарының рухына баш эйергә тип зыяратҡа барған. Ундағы ҡәбер таштарындағы сәйер яҙыуҙар иғтибарын йәлеп иткән. «Бында шул-шул кеше мәңгелек тыныслыҡ тапҡан. Ул һигеҙ ай, дүрт көн һәм туғыҙ сәғәт йәшәгән», – тип яҙылған береһенә. Икенсеһендә лә ошоға оҡшаш юлдар булған: «Ете йыл, ике ай, егерме сәғәт ғүмер кисергән». Өсөнсөһөндәге яҙыу: «Ун ике йыл, өс ай, ете көн, ун биш сәғәт йәшәгән», - тип хәбәр иткән.
Бындай яҙыуҙарҙы уҡыған ир әлеге ерҙә тик балалар ғына ерләнгән икән тип уйлаған. Шул мәлдә үтеп барған зыярат ҡарауылсыһын күргән дә:
– Ниңә шул тиклем күп сабый үлгән? Берәй йоғошло сир булдымы, әллә ниндәйҙер ҡәһәр төшкәнме? - тип һораған.
Зыярат ҡарауылсыһы шулай яуап биргән:
Балалары балиғ булғас, уларға блокнот бүләк итәләр. Бер битенә тормоштарындағы иң мөһим, әһәмиәтле һәм бәхетле мәлдәрен теркәйҙәр, икенсеһенә - ошо илаһи ваҡыттың күпмегә һуҙылғанын билдәләйҙәр. Бөтәһе лә тиерлек үҙҙәренең тәүге үбешеүҙәрен, уның нисә секунд йәки минутҡа тиклем дауам итеүен, шул сакта нимәләр кисереүҙәрен яҙалар. Артабан туй көнөн, балалары тыуыуын, көтөп алған сәйәхәттә булыуын, яратҡан кешеһе менән осрашыуын, нимәләр эшләүҙәрен тәфсирләп теркәйҙәр... Ошо ваҡыт ғүмерҙәренең ысын йәшәү осоро, тип иҫәпләнә лә инде.
Ергә бәхетле булыр өсөн, тормоштан ҡәнәғәтлек алыр, кешеләргә ярҙам итер, донъя менән бер бөтөн булып йәшәр өсөн киләбеҙ. Ә ҡалған бөтә нәмә мөһим түгел.