

Пермь ҡалаһында бәлә урынына беренсе булып етешкән Константин Калинин енәйәтсене башта һүҙ менән туҡтатырға тырыша. Тегеһе үҙенә ҡарап атҡандан да ҡойолоп ҡалмай, экстремисты пистолеттан яралай һәм үҙе үк тәүге ярҙам күрһәтә . Хеҙмәттәше Владимир Макаров был арала студенттарҙы бинанан эвакуациялауҙы ойоштора. РФ Президенты указы менән К.Калинин “Ҡаһарманлыҡ ордены” менән буләкләнә. В.Макаровҡа “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа әлгәлә хеҙмәт” миҙалы тапшырыла. Икеһенең дә дәрәжәләре күтәрелә , Калинин хәҙер лейтенант, Макаров – капитан. Бик хуп. Бер генә һорау ҡалды – кино ҡараһаң, ҡайҙа ла төрлө спецназ-фәлән яуыздарҙы дөмбәҫләй, ә ысын бәлә килгәйне –ҡәҙимге ДПС - юл-патруль инспекторҙарына көн ҡалды.
Әлегә тиклем вайымһыҙлыҡ өсөн яуапҡа тарттырылған ветеринарҙар тураһында күп ишетелде, ә бына кеше дауалаусы табиптар тураһында был тәңгәлдә бигүк хәбәрҙар түгел инек. Аңлашыла бит инде, күпселеге ысынлап та “аҡ халатлы фәрештә” булһа, бурыстарына һалҡын ҡараштағылар ҙа юҡ түгел. Хәл үҙгәрә башланы буғай: тейешле медицина ярҙамы күрһәтелмәүгә ялыуҙар менән 2016 йыл РФ Тәфтиш комитетына 4497 граждан мөрәжәғәт итә, 2017 йыл – 6050, 2019 йыл - 6500 осраҡ, 2 меңдән ашыу енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Һәм был статистика әле арта бара.
Рәсәй пандемияға ҡаршы көрәштә алғы сафтарҙа . «Спутник V» һәм «Спутник Лайт» вакциналары булдырған Гамалея исемендәге үҙәк әлеге мәл «Гам-КОВИД-Вак-М» препаратын теркәү менән мәшғүл. Быныһы – үҫмерҙәр өсөн тәғәйен. Ҡағыҙ эштәре тамамланғас, укол ирекле рәүештә һәм ата-әсәләренең ризалығы менән генә яһаласаҡ, тип әйтелде.
Канадала 97 йәшендә Гельмут Оберлендер баҡыйлыҡҡа китте. Был хаҡта белдереүҙә: “ Тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, тирә-йүндәге кешеләрҙә, ғаиләһендә йыуаныс тапты. Хәйриә эштәрендә йомарт булды, сиркәүгә ярҙам итте, яратҡан һәм яратылған ғаилә ағзаһы ине”, - тип әйтелһә лә, бер ҙә матур һүҙҙәр менән бәхилләшәһе килмәй.... Тап әле уны Канаданан Германияға депортациялау тураһында суд үткән була, сөнки Г.Оберлендер һуғыш ваҡытында СС-10 А зондеркомандаһында тәржемәсе булып йөрөүе билдәле. Башҡа золомсолоҡтарынан тыш, был подразделение 1942 йыл Ейск балалар йортонан 214 сабыйҙы газ камераларында тонсоҡтороп үлтереүҙәре билдәле. Һигеҙ тиҫтә йыл кеше судынан ҡасып йөрөй алһа ла, хәҙер иң юғары хөкөм алдына баҫтырыла инде.
Сомали тигән Африка илендә һуңғы 30 йыл дәүерендә тәүләп кино күрһәтелде. Аяныс хәлдең сәбәбе - оҙайлы граждандар һуғышы. Был тапҡырҙа ла баш ҡала Могадишола урынлашҡан театрға тамашасыларҙы ҡат-ҡат контроль-пропуск пункттарында тикшереп кенә индерәләр. Юҡҡа борсолоу түгел инде: 2012 йыл тап ошо мәҙәниәт учреждениеһын асҡан булалар, әммә шундуҡ террор ҡылынып, 10 кеше үлтерелә. Үҙебеҙҙәге тыныс тормоштоң ҡәҙерен белер кәрәк!
Литва оборона министрлығы граждандарҙы Ҡытайҙа етештерелгән смартфондарҙы һатып алмаҫҡа өндәне. Сәбәбе – был телефонда Тибет һәм Тайвань тураһында ҡытай иероглифтары менән (!) төрлө өндәүҙәр яҙып булмай, ти. Литва граждандарына донъяның икенсе осондағы ил тураһында бөтөнләй ят алфавитта яҙырға ни хәжәт төшөүе мөмкин – был хаҡта хәрбиҙәр үҙҙәре лә белмәйҙер. Күрәһең, ололар әйтмешләй: “Һүҙ юҡта һүҙ булһын”, - тип эш итәләрҙер.
Рәсәй йыйылма командаһының элекке футболсыһы Дмитрий Хохлов та әллә үҙенә иғтибар иттермәксе булды, әллә ,ысынлап та, изалай – “Фейсбук” социаль селтәренән суд аша 150 миллион һум әхлаҡ компенсацияһы талап итте. Сәбәбе – уның исем-шәрифе күрһәтелгән яҙмаларҙы социаль селтәр ала ла ташлай икән. “Политкорректлыҡ” тигәндәре инде: ысын кешенең ысын фамилияһын “хохол” атамаһы тип ҡабул итәләр, ә был исем менән Украина халҡын мәрәкәләйҙәр бит инде. Әйткәндәй, хохолды (түпәлә тырпайып йә һалынып торған сәс толомо) башҡортса “өлтөк” тиҙәр. Фамилияһын Ултюков тип үҙгәртергәме әллә?
“Яйлы мөхит” программаһы сиктәрендә һәр учреждение ишеге алдында махсус кнопкалар ҡуйыла – инвалид креслоһында килеүселәр тышта көйөнсә хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырта алһын өсөн. Сургуттағы “Рукодельница” магазинында ла бындай яйланма ҡуйыла, әммә тикшереп ҡараһалар, саҡырыу кнопкаһы түгел, уның төҫлө һүрәте аҫылыуы асыҡлана – ситтән ҡарағанда айырырлыҡ та түгел, ти. Шулай ҙа, ғәриптәрҙе мыҫҡыллайҙар, тип асыуланмай торайыҡ. Баҡһаң, ысын ҡоролма ла ҡуйылған була, тик уныһын вәхиштәр емереп бырғыта. Магазин хужалары яңыһын ҡуйырға заявка бирә, ә әлегә урыны йәмһеҙ булып һерәйеп тормаһын өсөн фото менән ҡаплаған булалар.