

Мәскәү ҡалаһында әсәһе менән генә йәшәүсе (атаһы менән айырылышҡан) малайҙың кетчуп менән колбаса ашағыһы килеп китә. Тик сәләмәт тормош алып барыусы, дөрөҫ туҡланыу яҡлы әсәһе улына колбаса зарарлы тип, уны ашауҙы тыя.
Малай аптырап тормай, атаһының телефонына: "Мин ныҡ асыҡтым, ашағым килә", - тигән смс-хәбәр ебәрә. Ситтә ял итеп ятыусы атайҙы был хәбәр хафаға һала. Ул тиҙ арала полицияға мөрәжәғт итә. Күрһәтелгән адрес буйынса килгән хоҡуҡ һаҡсылары фатирҙа һап-һау бала менән әсәйҙең бик яҡшы шарттарҙа йәшәгәнен күрә. Малай полиция хеҙмәткәрҙәренә әсәһенең уға телегән нәмәһен ашарға ҡушмағанлығына зарлана. Хоҡуҡ һаҡсылары мөрәжәғәтте теркәй, әлбиттә. Хәҙер аптырауға ҡалған әсәйҙең ҡылығын махсус орган тикшерәсәк.
Үәт замана, балалар хәҙер туйып шашамы икән!? Әллә әсәй кеше үтә талапсанмы? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото - Яндекс.Дзен