

Башҡортостандан неонацистарҙың бомбалар менән ниндәй объекттарға һөжүм итергә теләүе билдәле булды
Хоҡуҡ һаҡлау органдарының версияһына ярашлы, йәштәр Өфө үҙәгендәге полиция посына һәм сәйәси партияның ҡабул итеү бүлмәһенә һөжүм итергә уйлағандыр, бәлки. Оперативниктар ҡулына егеттәрҙең төшөргән фотоһүрәттәре килеп эләккән. Улар көндөҙ объекттарҙың һәр береһендә ни тиклем күп халыҡ йөрөүен һүрәтләп яҙған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, неонацизм идеалына табынған йәштәр хөкүмәт биналарына һөжүм ойошторорға теләгән. Тәфтишселәр фаразынса, 17-20 йәшлек биш егет теракт ҡылырға әҙерләнгән, ләкин махсус хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре уларға был уйҙарын тормошҡа ашырырға ҡамасаулаған. Өфө үҙәгендәге ташландыҡ төҙөлөш урынында ҡулдан эшләнгән шартлатҡыс ҡорамалдар склады табылған. Ҡулға алынған егеттәрҙән уны әҙерләү компоненттары, шулай уҡ туғыҙ берәмек һалҡын ҡорал, Өсөнсө рейх лидерҙарының һүрәттәре һәм башҡа милли атрибуттар тартып алынған. Енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Башҡортостаным яңылыҡтары