Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
28 Сентября 2021, 09:55

Ун өс юл ремонтлана

Башҡортостанда туристик объекттарға ун өс юл ремонтлана.

Ун өс юл ремонтланаУн өс юл ремонтлана
Ун өс юл ремонтлана

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда туристик объекттарға табан ун өс юл ремонтлана. 

Юл эшселәре юлдарға асфальт һалыу менән мәшғүл, ремонт эштәре 13 км арауыҡты тәшкил итә.

Әле, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы А. Гайдарҙың йорт-музейына, Стәрлетамаҡ тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына, Өфөләге Крестовоздвиженский ғибәҙәтханаһына, Ишембайҙағы башҡорт нефтен тәүләп асыусыларға арналған монументҡа табан барған юлдар автомобилселәр тарафынан хуплау тапҡан, сөнки эштәр бында сифатлы башҡарылған. 

Сығанаҡ: https://vk.com/bkadbashkortostan?w=wall-148090189_2449

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас