

#Ихахай Көләмәс
Сал сәсле олпат ҡарт ейәндәренә үткәндәре тураһында һөйләй:
-Йәш саҡ, ғәйрәтле саҡ - өс көн, өс төн керпек тә ҡаҡманым, ауыҙыма бер валсыҡ икмәк, бер уртлам һыу ҙа эләкмәне....Ҡара урмандар, түбәләре күккә олғашҡан тауҙар, сикһеҙ далалар аша алға ынтылдым. Хәтһеҙ ен-пәрейҙәр, дейеүҙәр, өрәктәр, мәсекәйҙәр, шүрәлеләр һөжүм итә, ҡылысым менән бер һелтәүҙә баштарын өҙә сабам. Гүзәлдән-гүзәл батша ҡыҙы тотҡонда ултырған таш һарайға килеп етеүемә, ҡаршыға тауҙай ҙур аждаһа сыҡты. Бик оҙаҡ алыштыҡ беҙ уның менән....
-Шунан, шунан ни булды?!!!!
-.....шунан өләсәйегеҙ өйгә ҡайтты ла, компьютерымды һүндерҙе, уйынды аҙағынаса үтә алманым.
-Һүрәт алынды - https://pressa.tv/