

Бөгөн төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында медицина колледжында уҡып йөрөгән өс студент ҡыҙҙың ғүмере ҡыйылған. "Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙарҙың өсөһө лә бергә йәшәгән.
Ҡуртымға алынған фатирҙа янғынды һүндергәндән һуң көс ҡулланып үлтереү билдәләре булған ике ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған, өсөнсөһөнөң мәйете ихатала ятҡан.
Өс ҡыҙ ҙа Башҡортостандан: 17 йәшлек Айгизә У. (Баймаҡ районы); 18 йәшлек Әҙилә К. (Күгәрсен районы); 19 йәшлек Зөлфиә С. (Баймаҡ районы).
Хәбәр ителеүенсә, улар бер йыл дауамында бергә йәшәгән, енәйәт ҡылынған төндә социаль селтәргә инеп сыҡҡанлыҡтары ла билдәле. Яндырылған фатирҙа ирҙәр кейеме табылған. Кейем фатир хужабикәһенең иренеке булыуы ихтимал, ти тикшереүселәр.
Әле тикшереү эштәре бара, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Был ҡот осҡос фажиғәне ишеткәс тә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ һәм Күгәрсен райондары хакимиәттәре башлыҡтарына фажиғәле үлгән ҡыҙҙарҙың яҡындарына ярҙам күрһәтергә ҡушты.
- Был ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре нимә кисергәнлеген аңлатып килештерерлек түгел. Ҡот осҡос фажиғә. Ғаиләләргә һәр төрлө ярҙам күрһәтергә кәрәк, - тине Радий Фәрит улы.
Фото: соцсети
Сығанаҡ: "Башинформ"