Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
1 Октябрь 2021, 10:40

Аҡҡоштарҙы атҡандар

Яҡташыбыҙ Лилиә Нуретдинова ошо көндәрҙә районыбыҙҙа булған тетрәндергес хәлде бәйән итә. Быйыл Учалы районының Сораман ауылы эргәһендәге ҙур булмаған Ысыҡкүлгә аҡҡоштар төшкән. Улар биш бала сығарған.  

Аҡҡоштарҙы атҡандарАҡҡоштарҙы атҡандар
Аҡҡоштарҙы атҡандар

Быйыл Учалы районының Сораман ауылы эргәһендәге ҙур булмаған Ысыҡкүлгә аҡҡоштар төшкән. Улар биш бала сығарған.

Ҡоролоҡ үҙенекен итеп, күлдә һыу ныҡ кәмегәс, бөтөн эргә-тирәләге ауыл халҡы борсола: аҡҡоштарға ашарға етерме? Ҡоштар йылы яҡҡа осоп киткәнсә имен-аман торһон тип, кешеләр уларҙы даими рәүештә ашатып тора. Тап ошо изгелек ҡоштарға ҡарата аяуһыҙлыҡҡа әйләнә лә инде: улар ҡулға эйәләшә, кешегә ышана башлай.

Кисә кис әлегә асыҡланмаған ир-егеттәр “Нива Шевроле” автомобилендә күл эргәһенә килеп, аҡҡоштарға ашарға һала. Яуызлыҡ менән күҙгә-күҙ осрашмаған ҡоштар улар эргәһенә килә. Шул ваҡытта егеттәр мылтыҡ сығара ла инде...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс аҡҡош балаһы һәм өлкән ҡоштар һәләк була. Ике аҡҡош балаһын күрше ауылда йәшәгән Азамат Лутов ҡотҡара. Атыу тауышын ишетеү менән ул күлгә тәүгеләрҙән булып килеп етә. Ҡоштарҙың икеһе лә яралы. Уларға ветеринар ярҙамы кәрәк. Әлегә уларҙы һарайға бикләгәндәр.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ветеринарҙар ҡоштарҙың яҙмышын хәл итер, тейешле ярҙам күрһәтер тип ышанабыҙ.

Фото Азамат Лутов

https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2021-10-01/ay-y-yauyzdy-uly-k-t-relg-n-2526606?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

 

 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас