

30 сентябргә ҡарай төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында өс ҡыҙҙың ғүмере ҡыйылған. Гай медицина колледжында уҡып йөрөгән ике ҡыҙҙың кәүҙәһе — Йәштәр урамындағы күп фатирлы йорттоң ҡуртымға алынған фатирында, өсөнсө мәйет йорт ихатаһында табылған.
«Башинформ» агентлығына һәләк булған ҡыҙҙарҙың шәхестәре билдәле булды:
17 йәшлек Айгизә У. (Баймаҡ районы);
19 йәшлек Әҙилә К. (Баймаҡ районы);
18 йәшлек Зөлфиә С. (Күгәрсен районы).
Билдәле булыуынса, бөтә ҡыҙҙар ҙа енәйәт ҡылынған төндә социаль селтәргә инеп сыҡҡан. Улар бер йыл бергә йәшәгән. Яндырылған фатирҙа ирҙәр кейеме лә табылған. Кейем фатир хужабикәһенең иренеке булыуы ихтимал.