Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
1 Октябрь 2021, 09:59

Көлөп алайыҡсы

Бөгөнгө көләмәс - "Оло йәшкә етеп һаман аҡыл ултырмаған, тип көлмәйәсәкһегеҙме?"

Көлөп алайыҡсыКөлөп алайыҡсы
Көлөп алайыҡсы

#Ихахай Көләмәс

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  махусус “ҡыҙыу линия”һына берәү шылтырата:

-Әллү, был “Алкоголиктарға аноним ярҙам” хеҙмәтеме?

- Эйе. Проблемаларығыҙ тураһында һөйләгеҙ.

-Һеҙ миңә ысынлап та ярҙам итәсәкһегеҙме?

-Һис шикһеҙ. Проблемаларығыҙ тураһында һөйләгеҙ

-Ә белгестәрегеҙ  яҡшымы, үҙ эштәрен беләләрме, һатып алған диплом менән кеше башын бутап ултырмайҙармы?

-Беҙҙә иң яҡшы белгестәр! Юҡҡа шикләнмәгеҙ, проблемаларығыҙ тураһында һөйләгеҙ!

- Нисек шикләнмәйһең инде, башыма төшкән михнәт  уйын түгел бит....

-Беҙҙең хеҙмәт иң киҫкен мәсьәләлрҙе хәл итеү өсөн төҙөлгән! Проблемаларығыҙ тураһында һөйләгеҙ!

-Оло йәшкә етеп һаман аҡыл ултырмаған, тип көлмәйәсәкһегеҙме?

- Һәр кешенең төрлө хәлдә ҡалыуы мөмкин. Зинһар, проблемаларығыҙ тураһында һөйләгеҙ!!!

-Ярай, әтеү, тыңлағыҙ. Самогон ҡыуыу өсөн бер феләк  бал  ҡуйғайным,  һис тә әсемәй – сүпрә өҫтәргәме, әллә шәкәре аҙыраҡ булдымы икән?

 

 Һүрәт алынды -  https://pressa.tv/

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас