Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
3 Октября 2021, 09:15

Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш кампанияһы башланды

1 октябрҙә Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, көҙгө саҡырылыш кампанияһы башланды.

Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш кампанияһы башландыБашҡортостанда көҙгө саҡырылыш кампанияһы башланды
Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш кампанияһы башланды

1 октябрҙә Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, көҙгө саҡырылыш кампанияһы башланды. Республика дүрт меңдән ашыу һалдатты Тыуған илебеҙе һаҡларға оҙатырға йыйына. Өфөнән 700-ҙән ашыу егет саҡырыла.

«Баш ҡала биләмәһендә дүрт хәрби комиссариат эшләй. Комиссариаттарҙа, йыйылыу пункттарында һәм юлда коронавирус инфекцияһының һәм башҡа миҙгелле сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау саралары күрелә. Пункттарҙа егеттәрҙең температураһын үлсәйҙәр. Хеҙмәткә саҡырылғандарҙың бөтәһе лә ике тапҡыр коронавирусҡа тест тапшыра», — тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

ОРВИ билдәләре булған һалдаттарҙы айырым урынлаштыралар, тест үткәрәләр. Кәрәк булған осраҡта дауалfу тәғәйенләнә.

Көҙгө саҡырылыш 31 декабргә хәтлем дауам итә.

"Башинформ".

https://www.bashinform.ru/bash/1652753/

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас