

Күптәр белә инде - ҡалабыҙҙың үҙәк майҙанында һәм автовокзал ҡарай киткән аллея башында ике "букводомик" тора. Кемдер бында китаптар килтереп һала, кемгә кәрәк - алып уҡыйҙар. Йәмәғәт башланғысындағы был китапхана 2013 йыл "Учалинская газета" тырышлығы менән булдырылды. Әлегә тиклем әүҙем эшләй - быныһында үҙебеҙ тағын да инандыҡ.
Бала саҡтан китап һөйгәс, олоғая башлағансы өйҙә байтаҡ китап туплана икән. Тик бына ҡайһыларының ҡыҙығы киткән, ҡайһылары - ике-өс баҫма. Кәштәләрҙә урын бушатыр кәрәк икән, иң яҡшы ысул - үҙеңә кәрәкмәгәндәрен ошо "букводомиктар"ға килтереп һалыу. Кешеләргә һәләк тә кәрәк икән: бөгөн төшкә тиклем бер муҡса килтереп һалдыҡ, 5-6 сәғәттән йәнә килтерһәк, тәүге тиҫтә китаптан берәүһе генә ҡалған! Ә бит көн йонсоу торғас урамда кеше лә күрмәҫһең. Үҙебеҙгә әле ҡыҙығы ҡалмаһа ла, насар китаптар түгел бит - заманында көндөҙ сыра яҡтыртып та таба алмаған Фенимор Куперҙың индеецтар тураһында романдары, әүәле заман блат менән генә ҡулға төшөргән детективтар, тарихи әҫәрҙәр. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы - байтаҡ таныштарыбыҙ, әйҙә китаптар күп, ни эшләтергә белмәйбеҙ, тип уфтанғандарын ишеткән бар. Яуап бар - йә китапханаларға, йә ошо "букводомик"тарға килтерегеҙ. Сауап булыр, кемдер алып уҡығанда эсәтн генә рәхмәт әйтеп ҡуйыр.