Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Октябрь 2021, 11:10

Көлөп алайыҡсы

Бөгөнгө көләмәс - "....алдан өлгөрҙө!"

Көлөп алайыҡсыКөлөп алайыҡсы
Көлөп алайыҡсы

#Ихахай Көләмәс

Тәжрибәле ветеринар практикаға килгән студентҡа төшөндөрә:

-Башмаҡтың ҡорһағы күпкән. Эс китерткес  порошокты эсереүҙең бер ҡыйынлығы юҡ. Дарыуҙы төрөпкә эсенә һалаң, малҡайҙың ауыҙына тығаң һәм   был осонан  ныҡ итеп  өрөп индерәң.

Икенсе көнөнә студент эшкә сыҡмай.   Ветеринар  телефондан шылтырата. Теге  уңайһыҙланып ҡына яуаплай:

-Өйҙән бер аҙым ситкә  китә алмайым шул әлегә, төнөн дә йоҡо эләкмәне....

-Ни булды?

-Кисә һеҙ өйрәткәнсә тотонғайным..... Ҡәһәр һуҡҡыры башмаҡ төрөпкәнең икенсе осонан   минән алдараҡ өрөп өлгөрҙө!!!

Һүрәт алынды -  https://fishki.net/

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас